20 майҙа үтәсәк был ҙур сараның үткәрелеү урыны итеп “Ағиҙел” һауыҡтырыу лагеры билдәләнде. Ошоуңайҙан үткән шәмбе көнө өс тиҫтәнән ашыу ил сиге буйы ветерандары, ямғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан, эш ҡорамалдарын үҙҙәре менән алып килеп, өмәгә сыҡтыҡ.
Лагерь биләмәһе эсендә ултырған өс сүп-сар түгеү урыны тирелеп, биләмәнән тышҡа сығарып, бер урында эшләп ҡуйылды. Егеттәр үҙ техникаһы менән ҡырсын алып килеп йәйҙе, бетон түшәне, бағаналар ултыртып, ҡоймаһын нығытҡас, сүпсар түгеү урынына ҡыйыҡ та эшләп ҡуйҙы. Был ваҡытта иретеп-йәбештереүсе егеттәр 300 метр тирәһендәге арала ултыртылған тимер бағаналарға ике урында тимер һайғау йәбештереү, спорт майҙансығындағы тимерҙән эшләнгән ҡоролмаларҙы нығытып сығыу эше менән булыштылар. Сәхнәнең иҫкереберәк киткән ал яғын яңыртып эшләп ҡуйҙылар.
Эш башҡарғанда ҡалған ҡый-һай,сыбыҡ-сытырҙарҙы машинаға тейәп, тейешле урынға сығарыу эше лә башҡарылды.
Ә инде эш һуңынан слетҡа әҙерлек буйынса һөйләшеүҙе дауам иттек. Шулай итеп, өмә һылтауы менән пограничниктар йыйынын да бер юлы үткәреп, көр кәйефтә таралыштыҡ. Лагерь өсөн дә байтаҡ файҙалы эштәр башҡарылды.
Автор фотоһы.