Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
21 Апрель 2023, 10:40

7 ауылда сығыш яһағандар

Республика, төбәк-ара конкурстар лауреаты Айрат Роберт улы Баязитов ижадташ дуҫтары менән “Йәшәү дәрте арта күңелемдә, йөрәгемдә моңдар яралһа!”тигән концерт программаһы 7 ауылда булды.

7 ауылда сығыш яһағандар
7 ауылда сығыш яһағандар

-25 мартта Байназар ауылында башлап ебәргәйнек, унда 10000 һум аҡса йыйылды. Концертта ҡатнашҡан ижадташ дуҫтар менән, дәрт итеп, күрше ауылдарға ла барайыҡ, тип ниәт итеп, Мораҙымда - 5500, Мәһәҙейҙә - 6000, Яуымбайҙа - 3500, Яңы Монасипта - 5000, Ғәлиәкбәрҙә - 7000 һәм Килдеғолда 6500  һум аҡса йыйып, дөйөм 43500 һум аҡсаны СВО-ла ҡатнашҡан район ир-егеттәренә ярҙамға күсереп ҡуйыуға өлгәштек.
Бөтә яҡтан яҡшы эштәргә йүнәлтеүсе әсәйемә, туғандарыма, концертты музыкаль яҡтан биҙәүсе тауыш операторы Урал Ниязғоловҡа, талантлы йырсы Артур Назмутдиновҡа, Байназар ауылы биләмәһе Ветерандар Советы рәйесе Сәғит Алтынбаевҡа, презентация, афишалар менән ярҙам итеүсе Айгүзәл Уразаеваға, Булат Тимерғәлиевҡа, йылы алҡыштар менән ҡаршы алған хөрмәтле тамашасыларға ҙур рәхмәт белдерәм.
Бер концерттан да ҡалмай ҡатнашҡан “Ағиҙел тулҡындары” инструменталь ансамбле сараға дәрт, дарман өҫтәне. Дилара Иманғолова, Вәдүт Алтынбаев, Әлфир Хәсәнов, Фаил һәм Рәмзиә Үтәбаевтар, Әнүзә Ибраһимова, Әлфирә Сөләймәнова, Зәлиә Тулыбаева, оҫта ҡурайсы Ғәзим Ғәлиуллин һәм һүҙ оҫтаһы, ансамблдең етәксеһе Нажия Ишҡыуатоваларға ла бик рәхмәтлемен.
Дәррәү, дәртле коллектив йыйылды. Кәрәк саҡта үҙҙәренең машиналары менән дә ихлас күңелдән барып ҡатнаштылар.
Тамашасы йылы алҡыштар менән ҡаршы алған республика бейеү конкурстары лауреты Дилбәр Хәкимованың сығышы концертҡа йәм өҫтәне.
Концертты моңло йырсылар Таңһылыу Нурғәлинә, Мәйсәрә Миндеғолова һәм Садиҡа Вәлиева сағыу йырҙар менән биҙәнеләр.
Ауылдар буйлап турҙарҙа йөрөгәндә өр-яңы “Моңло шишмә” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле барлыҡҡа килде.
Мөмкинлектәре булғанда, алыҫ араларҙы яҡын итеп, республика конкурстары лауреаттары: баянсы, ҡурайсы, йырсы, композитор Хәйҙәр Нәҙершин һәм оҫта бейеүсе Фәнис Үтәбаев ҙур теләк менән ҡатнаштылар.
Сараның һәр бер өлөшөнә тура килтереп шиғыр, матур һүҙҙәре менән Нурзилә Исмәғилева биҙәне. Фәтих Миндиғолов үҙенең машинаһы менән музыкаль аппаратура алып барышты. Шуныһы ҡыуаныслы, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Теләүбаева,  район мәҙәниәт һарайы директоры Гөлнур Нәҙершина, район Ветерандар Советы рәйесе Олег Ғәлиев, юл төҙөү һәм төҙөкләндереү участкаһы мөдире Руслан Динисламов һәм район етәкселәре сараны хуплап, һәр яҡтан ярҙам иттеләр. Бөтә ауылда ла мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре яҡты йөҙ, тәмле ризыҡтары менән ҡаршы алдылар.
Махсус операциялағы ир-егеттәр имен-һау ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар, - ти Айрат Роберт улы.

Үҙегеҙгә изге айҙа ҡылған изге ғәмәлдәрегеҙҙең сауабы насип булһын!

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА
Читайте нас: