Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
10 Ғинуар 2023, 10:19

Кесе Ватаның тураһында шиғыр яҙ һәм республика конкурсында еңеү яула!

«Атайсал» проекты һәм Башҡортостан Республикаһында Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылы сиктәрендә «Атайсал» үҙең ижад иткән шиғырҙар конкурсы үткәрелә.

Кесе Ватаның тураһында шиғыр яҙ һәм республика конкурсында еңеү яула!
Кесе Ватаның тураһында шиғыр яҙ һәм республика конкурсында еңеү яула!

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы һәм «Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар союзы», «Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмалары менән берлектә бәләкәй ватанына - Атайсалға арналған үҙе ижад иткән шиғырҙар конкурсын иғлан итә.

Конкурс башҡорт совет композиторы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рим Хәсәновтың башланғысы буйынса уҙғарыла:

- Атайсал эгидаһы аҫтында иң яҡшы шиғырға конкурс ойоштороу идеяһы тыуҙы. Был проект, бөтә тормоштоң, уның башланыуының һәм дауам итеүенең нигеҙе булараҡ, кесе Ватанды аңлауға үҙ өлөшөн индерер тип уйлайым, - тип һөйләй проект тураһында композитор.

Конкурстың маҡсаты - әҙәби ижадҡа һәләтле һәм башҡорт, рус телдәрендә яҙышҡан һәләтле шағирҙарҙы асыҡлау.

Конкурста авторҙар ҡатнаша ала, йәш сикләүҙәре юҡ, улар үҙҙәренең шиғырҙарын ике дәүләт телендә (русса, башҡортса) тәҡдим итә ала. Һәр йәш төркөмөндә еңеүсе һәм призер билдәләнәсәк.

Шиғырҙарҙы «Атайсал» төркөмөнә яҙып телеграм-каналдағы https://t.me/ataysalrb чат-ботҡа ебәрергә мөмкин.

Тулыраҡ: https://vk.com/wall-217591175_244 

 

 

Автор:
Читайте нас: