Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
29 Апрель 2022, 23:59

Әминә Шафиҡова: «Атайсал» проектына ни бары бер йыл, ә күпме яҡшы эштәр башҡарылған!

"Бөгөн «Яҡташлыҡ көсө - Сила землячества» форумында ҡатнашыусыларҙың күбеһе тыуған еренә ярҙам итеүҙән ниндәй ләззәт һәм шатлыҡ кисереүҙәре хаҡында һөйләне."

Әминә Шафиҡова: «Атайсал» проектына ни бары бер йыл, ә күпме яҡшы эштәр башҡарылған!
Әминә Шафиҡова: «Атайсал» проектына ни бары бер йыл, ә күпме яҡшы эштәр башҡарылған!

- «Атайсал» проектына ни бары бер йыл, ә күпме яҡшы эштәр башҡарылған! Бөгөн «Яҡташлыҡ көсө - Сила землячества» форумында ҡатнашыусыларҙың күбеһе тыуған еренә ярҙам итеүҙән ниндәй ләззәт һәм шатлыҡ кисереүҙәре хаҡында һөйләне",- тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы.

-"Эйе, был ысынлап та шулай! Тап бөгөн Бөрйән районынан бик шәп яңылыҡ - проект сиктәрендә костюмдар тегелгән «Шатлыҡ» бейеү ансамбле Йәнғәле Вәхитов иҫтәлегенә арналған бейеү байрамында беренсе дәрәжә лауреат исемен алды.

Аҡыллы ҡыҙҙар! Коллективҡа йыл да юҡ бит, әммә шундай уңыштар! Бала саҡта бейергә хыяллана инем, ләкин Ырғыҙлы ауылында түңәрәктәр булманы. Бөгөн дә ҡыҙҙарға ярҙам итеп һәм уларҙың уңыштарына шатланып, мин балалыҡ хыялымдың тормошҡа ашыуын тоям.

«Атайсал» проекты өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировҡа һәм «Шатлыҡ» ансамбле ҡыҙҙарыма яңы эштәргә илһамландырғандары өсөн рәхмәт!"

Автор:
Читайте нас: