Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
4 Ноябрь 2021, 09:05

“Халыҡтың иҫәбен алыу кәрәк”

Нәби ауылы аҡһаҡалы, йырлы-моңло ир-уҙаман, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, данлыҡлы ҡурайсы Дәүләтбай Абдрахман улы Рәхмәтуллиндың халыҡ иҫәбен алыуға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

“Халыҡтың иҫәбен алыу кәрәк”
“Халыҡтың иҫәбен алыу кәрәк”

Нәби ауылы аҡһаҡалы, йырлы-моңло ир-уҙаман, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, данлыҡлы ҡурайсы Дәүләтбай Абдрахман улы Рәхмәтуллин:

- Борон-борондан килгән был сарала электән ҡатнашып киләм. Халыҡ иҫәбен алыу илдең һәр мөйөшөндә йәшәгән халыҡтың нисек көн иткәнен, күпме йәшәгәнен белеү, йәшәйештең бик күп йүнәлештәрен асыҡлау мөмкинлеге бирәсәк. Бигерәк тә ауырыу сыҡҡан ваҡытта халыҡтың һанын белер кәрәк. Насар ауырыу кешене аяп тормай, ҡыра ғына. Хөкүмәт сирҙе ауыҙлыҡлау өсөн, халыҡтың һаулығын ҡайғыртыуҙа средстволарын йәлләмәйҙер, тип уйлайым.

“Халыҡтың иҫәбен алыу кәрәк”
“Халыҡтың иҫәбен алыу кәрәк”
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: