Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
2 Ноябрь 2021, 15:41

Миләүшә Ҡаһарманова: Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашайыҡ!

Урамдарға байраҡ болғапЯрһып алып сыҡмаһам да,Ҡылыс менән дошмандарҙыБәреп-атып йыҡмаһам да.

Миләүшә Ҡаһарманова: Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашайыҡ!
Миләүшә Ҡаһарманова: Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашайыҡ!

Ялҡын сәсеп телмәр һөйләп
Трибунала тормаһам да,
Сәйәсәттә әллә ниндәй
Программалар ҡормаһам да...

Мин үҙемсә көрәшәмен,
Туған телем майҙанында.
Мин башҡортса һөйләшәмен,
Йөрөһәм дә ҡайҙа ғына.

Байраҡтар ҙа ҡолай ҡай саҡ,
Ҡылыстар ҙа тупаҫлана,
Батырҙарҙы ҡалдырҙылар
Һәр быуатта туп аҫтына.

Программалар... ул ғынамы —
Ҡанундары ашатлана.
Ғәйеплеләр-ғәйепһеҙҙәр...
Кемдер боҫа, кем аҡлана...

Яуап тотам тик үҙемә,
Тик үҙемдән һорау алам:
Мин башҡортса һөйләшәмен,
Һәм башҡортса белә балам.


(М. Ҡаһарманованың сәхифәһенән алынды).

Автор:
Читайте нас: