Росстат мәғлүмәттәре буйынса, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыусыларҙың яҡынса 80% коронавирусҡа иммунитеты бар, йәғни улар яңыраҡ ауырыған йәки прививка эшләткән. Ләкин улар барыбер битлек кейергә тейеш!
Иҫәп алыусыны формаһы буйынса танырға мөмкин: «2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу» логотибы менән шарф, сумка-портфель, жилет. Халыҡ иҫәбен алыу күсерелһә лә, форманы һәм логотипты үҙгәртеп тормағандар. Иҫәп алыусының рәсми танытмаһын һорарға мөмкин, ул уны паспорты менән бергә күрһәтергә тейеш.
Һеҙ ҙә уяу булығыҙ! Эске эштәр министрлығы рәсәйҙәрҙе мутлашыусыларҙың да үҙҙәрен иҫәп алыусылар тип танытыуҙары мөмкин икәнен иҫкәртте. Хәүефләнергә урын бар, әгәр:
«иҫәп алыусы» иҫәп алыу ваҡытында түгел, йәғни 14 ноябрҙән һуң килһә;
СМС-хәбәр йәки телефон ярҙамында иҫәп алыуҙа ҡатнашыуҙы һораһа. Ысын иҫәп алыусылар паспорт йәки башҡа шәхси мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһынмай, уларҙы ҡайҙалыр ебәреүҙе һорамай;
һорауҙарға урамда яуап бирергә тәҡдим итһә. Иҫәп алыуҙы өйҙә генә үткәрергә мөмкин.
Һеҙҙең иҫәп алыусыны өйгә индермәҫкә, ә коридорҙа ғына һөйләшергә, шәхси йорт икән, ишек алдында аралашырға хоҡуғығыҙ бар.