22 октябрҙә Бөрйән район мәҙәниәт Һарайының тамаша залында Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңнеәхмәт улы Манапов һәм район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиевалар райондың иҫәп алыусылары һәм контролёрҙары менән сираттағы семинарҙа осрашты.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының етдилеген билдәләп, район башлығы Ғәзиз Миңнеәхмәт улы мөһим ваҡиғанан районыбыҙҙа, ил-йортта бер кем дә ситтә ҡалмаҫына, был мөһим кампанияға әүҙем ҡушылырына, исемен тарихҡа мотлаҡ рәүештә индерәсәгенә ышанысын белдерҙе, эш барышы менән ҡыҙыҡһынып, был мөһим эштә ҡатнашыусы райондаштарға уңыштар теләне, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Район башлығы урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы ойоштороу эшенең яҡшы барыуы, райондаштарҙың тарихи ваҡиғаға ҡарата әүҙемлеген билдәләп үтте, эш барышында килеп сыҡҡан һорауҙарға туҡталып, ыңғай ҡарашын белдерҙе, иҫәп алыусыларҙы илдәге тажзәхмәткә бәйле иҫкәртеп, уларҙы һәр береһен өҫтәмә рәүештә антисептиктар, битлектәр менән тәьмин итеүгә өлгәште.
Артабан иҫәп алыусылар фекер алышты.
Шуны ла өҫтәп әйтеп үтке килә: киләсәк өсөн битараф булмаған халыҡтың ғына алдағы көнө яҡты буласаҡ - был бөтәбеҙгә лә мәғлүм. Пандемия булыуға ҡарамаҫтан, Бөрйән районында халыҡ бик әүҙем. Оло быуын кешеләре әүҙемлек күрһәтә. Иҫке Собханғол ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдулла ағай Ваһапов, һуғыш осоро балалары, тыл һәм хеҙмәт батырҙары илдең именлеген, тыныслығын, киләсәген күҙаллап, матур алдағы көндәргә ҙур өмөт, ышаныс, изге теләктәр солғанышында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа яҡындан ҡатнашалар. Халыҡ иҫәбен алыусылар ҙа үҙ эшен күңеле менән бирелеп, яратып башҡара. Улар араһында төрлө өлкәлә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан апайҙар ҙа бар: Вәзирә Дәүләтбай ҡыҙы Курамшина, заманында етәксе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Хәмдиә Хәлфетдин ҡыҙы Нәҙершиналар бөгөнгө көндә контролерҙар булып, ең һыҙғанып эшләп йөрөйҙәр.
Афариндар, бөрйәндәр! Иҫәптә лә, һанда ла булайыҡ!