Иҫәп алыу һөҙөмтәләре 2022 йылдың ғинуарында әҙер булырға тейеш. Дәүләткә был һандар бюджетты, биләмәләрҙе үҫтереү программалары, яңы предприятиелар, газ үткәргестәр, электр линиялары төҙөү өсөн кәрәк. Мәҫәлән, А һәм В ауылдарында балалы ғаиләләр күп икән, ти. Тимәк, тиҙҙән унда балалар баҡсаһынан тыш, мәктәп тә төҙөргә кәрәк. Әгәр унда ла, бында ла күпселек вахта ысулы менән эшләһә, хеҙмәт урындарын асыу талап ителә.
Мәҫәлән, уҙған иҫәп алыу йомғаҡтары буйынса ауыл ерендә халыҡтың кәмеүе асыҡланды. Һөҙөмтәлә йәшәү кимәлен күтәреү буйынса программалар ҡабул ителде – «Ауыл табибы», ФАП-тарҙы тергеҙеү, ауыл ипотекаһы, газ индереү һәм башҡалар.
Бына тағы бер нисә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт. 2010 йылда уҙған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда:
4072393 кеше йәшәгән. Был Волга буйы федераль округында – беренсе, ә илдең барлыҡ төбәктәре араһында етенсе урын.
Халыҡтың 60,4% – ҡалала, 39,6 % ауылда йәшәй.
Уртаса йәш – 37,9 йәш (2002 йылда иһә 36,4 йәш).
Эшкә һәләтле халыҡ – 61,6% (2,5 миллион), был йәштән үткәндәр – 20,2% (0,8 миллион), балалар һәм үҫмерҙәр – 18,2% (0,74 миллион).
1000 ир-егеткә 1139 ҡатын-ҡыҙ тура килә.
89,3% республикала тыуып үҫкән, 10,7% Башҡортостандан ситтә тыуған, шул иҫәптән 275 меңе – башҡа төбәктәрҙә, 150 меңе – элекке совет республикаларында, биш меңе – сит илдәрҙә.
халыҡтың 97,4% – шәхси бер бүлмәле йәки күп фатирлы йорттарҙа, 2,5% – дөйөм ятаҡтарҙа, 0,1 % башҡа торлаҡ биналарҙа йәшәй.
кешеләрҙең 48,4% – 1971-1995 йылдарҙа төҙөлгән, 25 % – 1957-1970 йылдарҙа, 17,6% һуңғы 15 йылда һалынған йорттарҙа көн күрә.