Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
29 Сентябрь 2021, 09:55

Өфөлә йәш музыканттар өсөн «Елкән» телевизион конкурсы башлана

Халыҡ-ара музыка көнө алдынан, 30 сентябрҙә, Башҡортостан юлдаш телеканалында «Тамыр» телеканалының үҙенсәлекле телевизион проекты башлана. Йәш музыканттарҙың «Елкән» беренсе  телевизион конкурсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы уңайынан ойошторола.

Проектта ҡатнашыусылар башҡорт композиторҙарының ғына әҫәрҙәрен башҡара. Конкурстың һайлап алыу турына 173 ғариза килгән. Дүрт номинацияға (фортепиано, ҡыллы, тынлы, халыҡ уйын ҡоралдары) 43 йәш музыкант үткән. Балаларҙың конкурс программаһын республикала һәм унан ситтә билдәле музыканттар, сәнғәт эшмәкәрҙәре6 Артур Нәзиуллин, Илшат Мөслимов, Шәүрә Сәғитова, Артур Ғайсаров, Виктория Симонова баһаланы.

- Конкурс тыңлауҙарын ике көн буйына төшөрҙөк. Балалар өсөн бик шатмын, уларҙың уҡытыусыларына рәхмәтлемен һәм жюри менән һоҡланамын! — ти «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Шундай әҙәпле, матур, ихлас жюриҙы бер проектта ла осратҡаным булманы. Асыҡ күңелле үҙ эшенең оҫталары! Улар остаз да булды, һәр бала өсөн янып-көйҙө. Тамашасылар «Елкән» конкурсын ҡарауҙан ҙур ҡәнәғәтлек алыр тип уйлайым.

- Балаларға баһа биреү еңелдән түгел, — ти Милли симфоник оркестрҙың генераль директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин. — Классик музыканың, туған музыканың киләсәген күреү һәм ишетеү — ҙур ҡыуаныс. Йәш музыканттарҙы бик яуаплы эш көтә. 12 финалсы Милли симфоник оркестр оҙатыуында «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә сығыш яһай. Композиторҙарыбыҙ әҫәрҙәрендә Башҡортостан тарихының мөһим ваҡиғалары, милли рух һәм халыҡтың донъяға ҡарашы сағыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн музыкаль мираҫтың бәләкәй генә өлөшө башҡарыла. Ә музыканың мәғәнәһе — яңғырашта. Музыка башҡарыусыһыҙ һәм тыңлаусыһыҙ йәшәй алмай. Әйҙә, балалар туған музыка аша тарихты киләсәккә илткән ваҡыт елкәне булһын.

Йәш музыканттарҙың «Елкән» беренсе  телевизион конкурсын һәр кесаҙна киске 8 тула 15 минутта БСТ каналында ҡарағыҙ.

Өфөлә йәш музыканттар өсөн «Елкән» телевизион конкурсы башлана
Өфөлә йәш музыканттар өсөн «Елкән» телевизион конкурсы башлана
Автор:Источник: http://www.bashinform.ru/news/
Читайте нас: