Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
4 Февраль , 16:28

Терроризмды һәм экстремизмды иҫкәртеү муниципаль программаһы раҫланды

Район хакимиәтенең “Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы муниципаль районында 2026-2030 йылдарға терроризмды һәм экстремизмды иҫкәртеү муниципаль программаһын раҫлау тураһында" ҡарары сыҡты.

Терроризмды һәм экстремизмды иҫкәртеү муниципаль программаһы раҫланды
Терроризмды һәм экстремизмды иҫкәртеү муниципаль программаһы раҫланды

Был муниципаль программа халыҡтың хәүефһеҙлеген арттырыу һәм террористик һәм экстремистик характерҙағы янауҙарҙан һаҡланыу, шулай уҡ хәүефһеҙ йәшәү өсөн кәрәкле шарттар булдырыу маҡсатында төҙөлгән һәм социаль-сәйәси, дини, этник нигеҙҙәге конфликттарҙы иҫкәртеү буйынса сараларҙы әүҙемләштереү;

районда социаль-сәйәси тотороҡлолоҡто тәьмин итеү һәм районда йәшәгән халыҡтарҙа дөйөм рәсәй гражданлығы ҡиммәттәрен һәр яҡлап һәм гармониялы этномәҙәни үҫеш нигеҙендә формалаштырыу;

терроризмды һәм экстремизмды иҫкәртеү мәсьәләләрендә Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары һәм Башҡортостан Республикаһының урындағы үҙидара органдары, федераль башҡарма власть органдарының территориаль органдары эшмәкәрлегенең ведомство-ара үҙ-ара эш итеү һәм координациялау һөҙөмтәлелеген арттырыу;

Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципаль районының терроризмды һәм экстремизмды иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса норматив хоҡуҡи базаһын камиллаштырыу;

Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары һәм Башҡортостан Республикаһының урындағы үҙидара органдары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, йәмәғәт берекмәләре, дәүләткә ҡарамаған структуралар, киң мәғлүмәт саралары, ғалимдар, конфессиялар ҡатнашлығында терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы йүнәлтелгән мәғлүмәт-пропаганда эшмәкәрлеген көсәйтеү;

терроризмды һәм экстремизмды иҫкәртеүҙең инженер-техник тәьминәтен үҫтереү;

халыҡ менән террористик һәм экстремистик эшмәкәрлекте иҫкәртеүгә йүнәлтелгән тәрбиәүи эш алып барыу, бындай күренештәргә ҡарата түҙемһеҙлек булдырыу, уяулыҡты, граждандарҙың хоҡуҡи мәғлүмәтлелеген һәм хоҡуҡи мәҙәниәтен арттырыу;

милләт-ара мөнәсәбәттәр торошона мониторинг үткәреү, Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципаль районының милләт-ара татыулыҡты нығытыу технологияларын әҙерләү һәм башҡа бурыстарҙы күҙ уңында тота.

Тулыраҡ мәғлүмәтте Бөрйән районы муниципаль районының рәсми сайтында табырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас