Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
26 Февраль , 21:15

Берҙәм тырышлыҡ менән генә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин

26 февралдә Бөрйән районы хакимиәтенең ултырыштар залында район Хакимиәте ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре мәсьәләләре буйынса комиссияның киңәйтелгән ултырышы үтте. Комиссия эшендә комиссия ағзалары, имам-хатиптар - райондың урындағы мосолман дини ойошмалары рәйестәре һәм саҡырылғандар ҡатнашты.

Берҙәм тырышлыҡ менән генә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин
Берҙәм тырышлыҡ менән генә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин

Ултырышта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Экстремизмға ҡаршы көрәш үҙәге оперуполномоченныйы Денис Яруллин республика биләмәһендәге дини хәлдәргә анализ бирҙе. Ялған мәғлүмәт таратыу, экстремистик һәм террористик эшмәкәрлектә ҡатнашыу һәм уға булышлыҡ итеү, социаль, раса, милли һәм дини ыҙғыш тыуҙырыу һәм Рәсәй Федерацияһының конституцион ҡоролошо нигеҙҙәрен көс ҡулланып үҙгәртеүгә йүнәлтелгән йәмәғәт берләшмәләре эшмәкәрлегендә ҡатнашҡан өсөн яуаплылыҡ тураһында һөйләне.

- Рәсәй империяһы флагын һатып алып, флаг менән фотоға төшкән үҫмерҙәр һәм шул уҡ егеттәрҙең ғәфү үтенеүҙәре, һуңынан башҡа егеттәрҙең флагты яндырыуҙары, ҡоймаларҙағы экстремистик характерҙағы яҙыуҙар тураһында бөтәгеҙ ҙә ишеткәнегеҙҙер. Был ваҡиғаларҙың осо сит ил агенты *Руслан Ғәббәсовҡа барып тоташа.  Телеграм мессенджеры аша “милләтселәр”ҙең сит илдән ябай ауыл егеттәренә аҡса вәғәҙәләп, ниндәйҙер экстремистик характерҙағы енәйәт ҡылыуға йәлеп иткәнлеге асыҡланды. Ҡыҙғанысҡа күрә, аҡса эшләп алыу маҡсатында, үҙҙәре лә аңламайынса, енәйәт ҡылып, төрмәгә эләккән егеттәр бар, - тип, үткән йылда Бөрйән районында теркәлгән ваҡиғаларға ла туҡталды ул. Ошондай хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн, йәштәр араһында экстремизм һәм терроризмды профилактикалау маҡсатында район һәм ауыл хакимиәттәрен райондың урындағы мосолман дини ойошмалары менән берлектә, заманса саҡырыуҙарҙы һәм янауҙарҙы иҫәпкә алып, берҙәм эш алып барырға саҡырҙы Денис Дәүләтбай улы.

Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты Бөрйән районының имам-мөхтәсибе, Иҫке Собханғол ауылындағы “Фурҡан”мосолман дини ойошмаһының имам-хатибы Хәсән хәҙрәт Зарипов мөхтәсибәттең 2025 йылдың 1-се кварталындағы эшмәкәрлеге тураһында, ағымдағы йылда төҙөлөш барған һәм асыласаҡ мәсеттәр тураһында, район мәсеттәрендә Изге Рамаҙан айын үткәреү тураһында сығыш яһаны.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһенең енәйәт эҙләү бүлеге начальнигы Динар Билалов 2025 йылдың I кварталында дини экстремизмды иҫкәртеү буйынса үткәрелгән профилактик саралар тураһында һөйләне.

Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың грант конкурстарында ҡатнашыу мөмкинлеге һәм шарттары тураһында муниципаль район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы Булат Юлмөхәмәтов сығыш яһаны. Шулай уҡ, әгәр грант конкурстарында ҡатнашырға теләк белдереүселәр булһа, район хакимиәте тарафынан ғариза яҙыу һәм документ тултырыу эшендә ярҙам буласағы хаҡында белдерҙе.

Шәхси секторҙарҙа һәм урындағы мосолман дини ойошмалары объекттарында халыҡ күп йыйылған саралар үткәргәндә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының Белорет район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлегенең өлкән инспекторы Ғәлим Иҙрисов таныштырҙы.

Район хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт һәм кадрҙар эше бүлеге начальнигы Марсель Ғүмәров Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса Советтың 2025 йылдың 10 февралендәге 17-се һанлы хаты менән таныштырҙы. 2025 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостан Республикаһында дини хәл һәм дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Бөрйән үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Иманғолов Илнур Таһир улы үлем тураһында белешмә алыу тәртибе менән таныштырҙы.

Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин комиссия эшенә йомғаҡ яһап, район биләмәһендә дини экстремизмды, шәхси йорттарҙа һәм урындағы  дини ойошмалар объекттарында янғындарҙы иҫкәртеү  буйынса профилактик эштәр даими рәүештә алып барылыуын билдәләне. Урындағы дини ойошмалар, РФ Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге менән берлектә экстремизмды һәм терроризмды иҫкәртеү буйынса профилактик эштәрҙе көсәйтергә,  үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

-Берҙәм тырышлыҡ менән генә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин. Халыҡ күпләп йыйылған саралар үткәргәндә халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса эшмәкәрлекте көсәйтеү мотлаҡ. Рамаҙан айы яҡынлаша. Ошо изге айҙа барыһына ла сабырлыҡ, изгелек һәм рух ныҡлығы, һәр изге башланғыстарҙа уңыштар теләйем!,-тип изге теләктәрен еткерҙе етәксе.

Ултырыш аҙағында район хакимиәте ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре мәсьәләләре буйынса комиссия көн тәртибе мәсьәләләре буйынса бер нисә ҡарар ҡабул итте, протокол йөкләмәләре бирелде һәм яуаплы башҡарыусылар билдәләнде.

Фото: Рәмил Абдуллин сәхифәһенән

 

*Руслан Ғәббәсов - “Росфинмониторинг”тың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән, шулай уҡ Юстиция министрлығы тарафынан Рәсәй биләмәһендә сит ил агенттары исемлегенә индерелгән.

Берҙәм тырышлыҡ менән генә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин
Берҙәм тырышлыҡ менән генә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин
Берҙәм тырышлыҡ менән генә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин
Берҙәм тырышлыҡ менән генә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин
Берҙәм тырышлыҡ менән генә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин
Берҙәм тырышлыҡ менән генә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин
Берҙәм тырышлыҡ менән генә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин
Берҙәм тырышлыҡ менән генә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин
Берҙәм тырышлыҡ менән генә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин
Автор:Рушан Баимов
Читайте нас: