Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
8 Август 2024, 09:34

Терроризмға булышлыҡ иткән өсөн хөкөм ҡарары сығарылды

Үҙәк хәрби округ суды (Екатеринбург ҡалаһы) тарафынан *Р.Ф.Фараритдинов  РФ Енәйәт Кодексының 205.1 статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип танылды (террористик эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеү).

Ул биш йыл ярымға иркенән мәхрүм ителгән һәм ҡаты режимлы колонияға ебәреләсәк. Суд асыҡлауынса, сит ил агенты **Р.С. Ғәббәсов, енәйәтсел ниәтен тормошҡа ашырыу маҡсатында, WhatsApp мессенджерында үҙенең туғаны *Фараритдинов Рөстәм Фәнил улы менән аралашыу аша, һуңғыһын «Интернет»мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендә терроризмды пропагандалауға кешеләрҙе йәлеп итеү буйынса эшмәкәрлектә ҡатнашырға күндерә. **Ғәббәсов Р.С. хат алышыуҙа үҙенең туғанына пропаганда һәм вербовка эшен башҡарған өсөн Европа Берлеге илдәренең береһендә сәйәси һыйыныу урыны һәм артабан гражданлыҡ алырға вәғәҙә иткән.

* -Рөстәм Фараритдинов “Росфинмониторинг”тың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде

**- Руслан Ғәббәсов “Росфинмониторинг”тың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде, шулай уҡ Юстиция министрлығы тарафынан Рәсәй биләмәһендә сит ил агенттары исемлегенә индерелде.

 

 

Автор:
Читайте нас: