Бөтә яңылыҡтар

Йыл һайын Башҡортостанда мөлкәт һалымдары буйынса бурыслылар кәмей

2022 йыл башынан Башҡортостанда мөлкәт һалымы буйынса бурыслылар 238 мең кешегә кәмегән. Шул уҡ ваҡытта йылдың тәүге алты айында бурыс суммаһы 652 миллион һумға йәки 23 процентҡа кәмегән һәм 2,2 миллиард һум тәшкил иткән.

Йыл һайын Башҡортостанда мөлкәт һалымдары буйынса бурыслылар кәмей
Йыл һайын Башҡортостанда мөлкәт һалымдары буйынса бурыслылар кәмей

Билдәләп үтәйек, 2021 йылда республиканың тупланма бюджетына физик шәхестәрҙән 5,3 млрд. һум аҡса килгән.

Әлеге ваҡытта һалым органдары 2021 йыл өсөн һалым иҫәпләүҙе тамамланы, уларҙы түләү ваҡыты 2022 йылдың 1 декабренә тиклем. Иҫәпләнгән милек һалымдарының дөйөм суммаһы  6,5 миллиард һум тәшкил итте. Башҡортостанда 2,1 миллион кешегә 2021 йыл өсөн физик берәмектәрҙең мөлкәт һалымын түләү тураһында белдереү ҡағыҙы тапшырыласаҡ.

Рәсәй Һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 4-се һанлы район-ара инспекцияһы

Автор:
Теги:налоги
Читайте нас: