Республиканың Баймаҡ районында "Журналистика оҫтаханаһы" көньяҡ-көнсығыш район-ара ижади берекмәһе журналистарының семинары үтте.
Сарала республиканың Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев ҡатнашыусылар араһында үҙенең курсташын, "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең баш мөхәррире Әлфирә Мостафинаны осратты. Улар егерме йылдан ашыу элек Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡығандар.
- Көтөлмәгән осрашыу! Заманында беҙ бергә уҡығайныҡ, ә бөгөн уны ҡатнашыусылар иҫәбендә күрҙем, - тине Фәнис Әминев.
Район етәксеһе оҙаҡ ваҡыт урындағы йылылыҡ селтәрҙәрендә эшләүе, мастер вазифаһынан башлап предприятие етәксеһенә тиклем етеүе хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә, уҡыу уға идара итеү өлкәһендә тәрән белем биргән.