Район Хакимиәте ҡарарына ярашлы, райондың, ауыл биләмәһенең, ауылдың ветерандар Советтары рәистәре Олег Марс улы Ғәлиевтың, Сәғит Ғизетдин улы Алтынбаевтың, Солтан Басир улы Хәсәновтың тырышлыҡтары менән эшләнелгән был эш маҡтауға лайыҡ.
Халҡыбыҙҙың батыр улдарын илебеҙ халҡы онотмай. Хәтер мәңгелек!
Мәһәҙей ауылынан 41 ир-азамат Бөйөк Ватан һуғышына алына. Уларҙың береһе лә бөгөнгө көндә арабыҙҙа булмаһа ла уларҙың ҡаһарманлығы замандаштарыбыҙ күңелендә оло ғорурлыҡ уята.
2018 йылда ҡаһарман ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә республика программаһына ярашлы стела ҡуйылғайны. Һүҙем - ошо яугир ауылдаштарыбыҙ араһындағы данлыҡлы Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, ll, lll дәрәжә Дан , Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры Нуретдин Сәғәҙәтдин улы Ирбулатов хаҡында.
Мәһәҙей ауылы ир-азаматы Нуретдин Сәғәҙәтдин улы Ирбулатов 1919 йылда Мәһәҙей ауылында донъяға килгән. Атаһы, Ирбулатов Сәғәҙәтдин, ҡатыны Ғәлиә менән улдарын изге күңелле, ғәҙел, донъяның ауырлыҡтарына бирешмәҫлек кеше итеп тәрбиәләй. Нуретдин аҡыллы, егәрле,шуҡ булып үҫә. 22 йәшен саҡ тултырып, баҫҡан ерендә ут сығарып йөрөгән мәлендә һуғыш башланып китә. 1939 йылда әрме сафына алына. 1939 - 1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша. Сержант була.1941 йылдың 15 июленән алып, 1946 йылға тиклем, ауыр яу юлдарын үтергә, һалдат һурпаһын эсергә, немец фашистарын үҙ ояһына алып барып дөмөктөрөп, еңеү яулап ҡайтырға ла насип була уға. 1941 йылдың июленән октябрь айына тиклем 10-сы батальонда телефонсы-связист хеҙмәтен үтәй Нуретдин Ирбулатов. Ә унан һуң, 1942 йылдың апрель айынаса -717-се уҡсылар дивизияһында – уҡсы яугир, артабан, 1944 йылдың июленә ҡәҙәр - инженер полкында сапер була. 1944 йылдың 23 июнендә Белоруссияның төньяғында Беренсе Балтик буйы фронты ғәскәрҙәре (командующийы генерал И.Х.Багрямин) һәм өсөнсө Белорусь фронты ғәскәрҙәре (командующийы генерал И.Д.Черняковский) көсө менән “Багратион” һөжүм операцияһы башланып китә. Тап ошо операцияла ҡатнаша ла инде Нуретдин Сәғәҙәтдин улы. Был ваҡытта, 27 июлдә, Беренсе Балтик буйы фронты Шауляй ҡалаһын азат итә, үҙ көстәренең бер өлөшөн төньяҡҡа бора һәм 31 июлдә Рига ҡултығына сыға. Балтик буйындағы немец төркөмдәрен Ленинград. 1-се,2-се, 3-сө Балтик буйы фронттары ҡыйрата.
Ошо ут эсендә йөрөп, Нуретдин Ирбулатов киләсәктең зәңгәр күге, халҡыбыҙҙың тыныс тормошо өсөн йәнен-тәнен аямай.
1946 йылдың 20 мартындағы СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән ул октябрь айында тыуған иленә ҡайтарыла. Яугир яҡташыбыҙ батырлыҡтары өсөн ll, lll Дәрәжә Дан ордены, бер Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. Бынан башҡа бик күп юбилей миҙалдары, тыныс хеҙмәттәге еңеүҙәре өсөн бирелгән маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдары бихисап.
Һуғыштан ҡайтҡас та, Мәһәҙей ауылында “Октябрь” колхозының рәисе, бригадир , келәт мөдире һәм оҙаҡ йылдар ферма мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Үҙ тиңен табып, гөрләтеп донъя ҡоралар. Нуретдин һәм Еүәйрә Ирбулатовтарҙың Рәхмәтулла, Ғизметдин исемле улдары тыуа.
Ләкин тормош гел ыңғай ғына бармай шул – өс йәшлек кенә саҡтарында Ғизметдин һәм Рәхмәтулла ҡыҙылса ауырыуынан фани донъяны ташлап, баҡыйлыҡҡа күсә. Үлемесле яу юлдарын үтеп. ҙур дан менән еңеү яулап ҡайтҡан , тыныс тормошто тергеҙеп бешеккән Н.Ирбулатовты ла, уның тормош иптәшен дә был ауыр ҡайғы бөгә алмай – улар сәмләнеп донъя көтә, колхозға тир түгә. Хәлдәрен еңеләйтеп , Үлмәҫбай, Әлхәм тигән улдары, Мөнирә, Әлфирә, Зөлфирә, Мөслимә, Тәслимә исемле ҡыҙҙары тыуа.
Бөгөнгө көндә биш ҡыҙы имен-һау матур итеп донъя көтәләр. Улдары Үлмәҫбай, Әлхәм ғаиләләре менән лайыҡлы донъя көтөп, был яҡты донъяларҙан бик иртә киттеләр.
Нуретдин һәм Еүәйрә Ирбулатовтарҙың бөгөнгө көндә ейән - ейәнсәрҙәре, бүлә - бүләсәрҙәре лә бынамын тигән итеп йәшәйҙәр. Халҡыбыҙҙың , алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиеүе бик дөрөҫ шул. Бөйөк яугирҙы ауылдаштар үҙе тере сағында ла хөрмәт итте, уның аҡыллы кәңәштәренә ҡолаҡ һалды. Йәше-ҡарты уны ололап,ихтирам итеп кенә торҙо. Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллыҡ юбилейын – 40-сы Еңеү яҙын Нуретдин Сәғәҙәтдин улына имен-һау ҡаршы алырға насип була. Әммә ҡәһәрле һуғыш шауҡымы , ыҙалы юлдар, михнәтле йылдар үҙенекен итә – 1987 йылдың 30 ноябрендә Мәһәҙей ауылының үлемһеҙ яугиры вафат булып ҡала.
Уның исемен мәңгеләштереп, Мәһәҙей мәктәбенең тыуған яҡты өйрәнеү музейында мөйөш булдырылды. Уның исемен йөрөтөүсе мәктәптә төркөм дә бар. Исеме "Хәтер" китабына индерелгән. Нәшер ителәсәк район энциклопедияһы китабына, "Ауылым һәм уның арҙаҡлы кешеләре" исемле китапҡа ла индерелде.
Киләсәктә лә батырҙың исемен мәңгеләштереү эше дауам ителәсәк, яңы барлыҡҡа киләсәк бер урамға уның исемен биреү тураһында ла уйларға кәрәк.
2020 йылдың декабрендә Нуретдин Сәғәҙәтдин улы Ирбулатов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылғайны, бөгөн уның ҡәберлегенә таҡтаташ ҡуйылыуы - бик яҡшы эш. Район Хакимиәте ҡарарына Ярашлы, райондың, ауыл биләмәһенең, ауылдың ветерандар Советтары рәистәре Олег Марс улы Ғәлиевтың, Сәғит Ғизетдин улы Алтынбаевтың, Солтан Басир улы Хәсәновтың тырышлыҡтары менән эшләнелгән был эш маҡтауға лайыҡ. Уларға бик ҙур рәхмәт. Халҡыбыҙҙың батыр улдарын илебеҙ халҡы онотмай. Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәй, ти халыҡ. Бик дөрөҫ әйтелгән, Нуретдин Сәғәҙәтдин улының яҡты иҫтәлеге – беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ!
Фотоһүрәттәрҙә: Нуретдин Ирбулатов, Еүәйрә һәм Нуретдин Ирбулатовтар
Сәйҙә Сәйәхова