Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, быйыл 20 мартҡа саҡлы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”) ҡатнашҡан компаниялар өҫтөнлөклө әҙерлек буйынса корпоратив үҙәк булдырыуға ғариза бирә ала.
“Республика предприятиелары өсөн был – иҡтисади һәм етештереү йоғонтололоғон яңыртыу буйынса бик ҙур мөмкинлек”, – ти Башҡортостандың иҡтисад һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. – “Республикала был Үҙәктең өс майҙансығы эшләй башланы ла инде. Милли проектта ҡатнашҡан предприятиеларҙың ресурстарын координациялау, үҫтереү һәм файҙаланыу ошо йүнәлештә төп бурыстар булып тора”.
Конкурсты Оҫталыҡ һәм һөнәри үҫеш агентлығы Рәсәй Иҡтисад министрлығы менән берлектә уҙғара.
Фото: “Башинформ”.