Республика вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановтың ошондай сараны уҙғарыу тураһында тәҡдимен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хупланы.
– Бик яҡшы идея. Был беҙҙең халыҡ өсөн яҡшы йәрминкә буласаҡ. Ә беҙ фестиваль майҙансығында бер юлы умартасылыҡҡа ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрен тикшерәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан – тауар балы етештереү буйынса Рәсәйҙә лидер, тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. 2023 йылда ғына республика умартасылары 6 мең тонна ошо продуктты етештергән. Иң ҙур етештереү күләмдәре – Мишкә һәм Ғафури райондары аграрийҙарында – 300 тоннаға яҡын. Донъяның ете иленә экспортҡа төбәк 111 тоннанан ашыу бал оҙатҡан.
2021-2023 йылдарҙа республика умартасылары 60 миллион һум самаһы дәүләт ярҙамы, шул иҫәптән “Агростартап” гранттары, техникаға һәм ҡорамалға сығымдарҙың 50 проценты күләмендә субсидиялар, шулай уҡ ҡулланыусылар кооперативтарына субсидиялар алды.
Башҡортостанда түмәр-солоҡ умартасылығын үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса, республиканың 70-тән ашыу умартасыһы Россельхознадзор системаһында солоҡ балын етештереүселәр булып рәсми теркәлгән. Уҙған йылда төбәктә бөтәһе 2 390 самаһы солоҡ бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнгән – был 2022 йылғы кимәлдән 1,5 тапҡырға юғарыраҡ. Солоҡ балын етештереү күләме 1,5 тоннаға артҡан һәм 7 тоннанан ашыу тәшкил иткән. 2023 йылда түмәр-солоҡ умартасылығын үҫтереүгә 6,9 миллион һум йүнәлтелгән.
Бынан тыш, башҡорт тоҡомло ҡараһыу урман бал ҡортон һаҡлап ҡалыу һәм үрсетеү өсөн “Алтын Солоҡ” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән Башҡорт дәүләт аграр университеты берлектәге эш ойошторҙо. Ике йыл эшләү осоронда ҡара төҫтәге урман бал ҡорто буйынса 11 мең өлгөнән генетик мәғлүмәттәр банкы булдырылды, генетик яҡтан таҙа тоҡомло элитаның перспективалы сығанаҡтары табылды. Ғалимдар шулай уҡ бал ҡорто популяцияһының тәбиғи йәшәү зоналарында 200-ҙән ашыу пробаны һайлап алған, шулай уҡ түмәр-солоҡ умарталыҡтарында генетик таҙалыҡты контролдә тотоу методикаһын әҙерләгән.
–- Икенсе йыл Россельхознадзор Рәсәй биләмәһенә Үзбәкстандан һәм Ҡаҙағстандан бал ҡорттары пакеттарын индереүҙе тыйыуы ғәмәлдә. Былтыр Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә тропилелапсоз – бал ҡорттары ғаиләләренең үлемесле ауырыуы менән зарарланған бал ҡорто материалын индереү осраҡтары теркәлгәйне. Был умартасылығыбыҙ өсөн ҙур хәүеф, – тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. -–Был ауырыуҙы килтергән һәм асыҡлаған осраҡта ғәйеплеләрҙең яуаплылығын ҡануниәт кимәлендә нығытыуығыҙҙы һорайым.
Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы һәм республиканың Ауыл хужалығы министрлығына Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән берлектә ошо мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.
18 ғинуарҙан 20-һенә тиклем Өфөлә беренсе Халыҡ-ара сәнәғәт умартасылары съезы, ә февралдә Краснокама, Күгәрсен һәм Иглин райондары майҙансыҡтарында зона конференциялары форматында Умартасылыҡ буйынса форум уҙасаҡ, тип өҫтәне Илшат Фәзрахманов.
– Беҙ түмәр-солоҡ умартасылығы етештереү күләменең артыуын көтәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Маҡсатлы күрһәткестәрҙе билдәләнек. 2024 йылға был маҡсатҡа 10 миллион һум аҡса һалынған.