Тантаналы сарала Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, республиканың Дәүләт Йыйылышы - ҡоролтай депутаттары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашты.
Төбәк етәксеһе Миңлеғәле Шайморатовтың Ватан тарихындағы айырым ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуға күрә Совет майҙанында сәскәләр һалыу Еңеү көнөн байрам итеүҙә матур йолаға әүереләсәк.
- Беҙ тәүге тапҡыр бындай ҡарар ҡабул иттек. Совет майҙаны, әлбиттә, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары менән бәйле. Хәҙер иһә ул беҙҙең ирекле батальондарҙы һәм мобилизацияланған яугирҙарҙы оҙатыу һәм ҡаршылау урынына әүерелде. Ватанды һаҡлаусыларҙы ҡотлайбыҙ. Был урын - беҙҙең яңы геройҙарыбыҙ өсөн дә. Шуға күрә Еңеү көнөн байрам итеүҙе бында башлауыбыҙ ғәҙел, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовтың шәхесе ҙур әһәмиәткә эйә. Уның яҙмышы сағыу һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәле. Ул Башҡортостандың лайыҡлы улы. Был минең өсөн республикабыҙҙың төп геройҙарының береһе.