+15 °С
Болотло
Беҙ Тыуған ил хаҡына ғүмерен биргән яугирҙар алдында баш эйәбеҙ. Ветерандарға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә, һуғыш осоро балаларына ҡаҡшамаҫ рух көсө, ҡаһарманлыҡ һәм ныҡлыҡ өсөн рәхмәт әйтәбеҙ.
Бөгөн Рәсәйҙең батыр улдары, ата-бабаларыбыҙҙың хәрби данына тоғро ысын патриоттар Еңеү байрағы аҫтында йәнә ил һағына баҫты. Бөтә донъя менән фашизмды тар-мар итеү көнөн яҡынайтабыҙ. «Беҙҙең эш уң! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!» икәнен беләбеҙ.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, рухи күтәренкелек һәм изгелек теләйем!
Бөйөк Еңеү көнө менән!
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров