Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
9 Май 2023, 12:01

9 май -Еңеү көнө

Иҫке Собханғолда 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған саралар район халҡын, ауылдарҙан килгән тыл хеҙмәтсәндәрен, яугирҙарҙың тол ҡатындарын, һуғыш осоро балаларын бергә йыйҙы.

Бөгөн, 9 майҙа, Еңеү көнөндә, илебеҙ халҡы өсөн изге байрамда атай-олатайҙарыбыҙ - көнө-төнө фронт ихтыяжы өсөн тылда эшләгән, яуҙарҙа һәләк булғандарҙың ҡаһарманлығы алдында баш эйәбеҙ.

Фашизмды еңеүҙә Волга буйы федераль округы төбәктәренең өлөшө ҙур булыуын хәтерләйбеҙ. Һуғыш йылдарында бында 40 проценттан ашыу артиллерия, 11 миллиондан ашыу берәмек атыу ҡоралы, 76 000 самолет, 27 һыу аҫты кәмәһе етештерелгән.

Был беҙҙең Бөйөк Еңеүгә дөйөм өлөшөбөҙ! Был беҙҙең тарихыбыҙ, хәтеребеҙ!
Байрам менән! Еңеү көнө менән!

Автор:Рушан Баимов
Читайте нас: