Башҡортостан Башлығы бүлексәләрҙең шәхси составын етеп килгән Еңеү көнө менән ҡотланы һәм уңыш ҡаҙанған яугирҙәргә генерал Шайморатов орденын һәм миҙалдарын тапшырҙы.
- Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙ менән беренсе тапҡыр ғына аралашмайым. Был юлы улар менән алғы һыҙыҡта әңгәмәләшергә тура килде. Һәм һәр ваҡыттағыса ғәжәпләндем, минең, «эштәр нисек?» һәм «нимә менән ярҙам итергә?», тигән һорауҙарыма улар: «Барыһы ла яҡшы, бөтәһе лә бар, бурыстарҙы үтәйбеҙ», тип яуап бирә. Һәм бында башҡорт яугирҙәренең хәҙерге быуыны ата-бабалары һалған сифаттарҙы - дисциплинаны, яуаплылыҡты, ҡыйыулыҡты күрһәтә, - тип билдәләне Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. - Улар Башҡортостанда хәлдәр нисек тип гел һорай торғайны. Мин уларға, беҙ ҙә вахтабыҙҙы ныҡлы тотабыҙ һәм республика үҫешә, тип яуапланым. Өйҙәренә ҡайтҡас, Башҡортостан уларҙы үҫешкән иҡтисад, үҫешеүсе ҡала һәм ауылдар менән ҡаршылаясаҡ.