Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
8 Май 2023, 06:01

Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре һәм Башҡортостандың мобилизацияланған халҡы менән осрашты

Донбасҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй гвардияһы структураһына ингән Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны яугирҙәре менән осрашты. Төбәк етәксеһе хеҙмәт шарттары менән танышты һәм яҡташтар менән аралашты.

Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре һәм Башҡортостандың мобилизацияланған халҡы менән осрашты
Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре һәм Башҡортостандың мобилизацияланған халҡы менән осрашты

Башҡортостан Башлығы шәхси составты етеп килгән Еңеү көнө менән ҡотланы һәм яугирҙарға генерал Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы награда быйыл булдырылды. Ул йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡарғанда, ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн тапшырыла.

Республика етәксеһе Башҡортостандың мобилизацияланған кешеләре хеҙмәт иткән хәрби бүлексәләр урынлашҡан урында ла булды. Радий Хәбиров позицияларҙы һәм яугирҙәрҙең йәшәгән урындарын ҡараны.

Аралашыу ваҡытында подразделение офицерҙары йөк һәм махсус техника, шулай уҡ ҡорамалдар килтереүҙә ярҙам итеүҙәрен һораны. Төбәк башлығы тейешле йөкләмәләр бирҙе. Радий Хәбиров Башҡортостандың мобилизацияланған халҡын етеп килгән 9 май байрам ы менән ҡотланы, генерал Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы һәм командованиеның бурыстарын уңышлы үтәүҙәрен теләне.

- Миңә мобилизацияланған яугирҙәрҙең нисек урынлашыуын, хеҙмәт итеүен һәм һуғышыуын аңлау бик мөһим ине. Улар бөтә Донбасс буйлап таралған. Ләкин уларҙың күбеһенең бер бүлектәрҙә, бер-береһенә ярҙам итеп хеҙмәт итеүе яҡшы, - тип билдәләне Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. - Минең аңлауымса, хәҙер бында, Донбаста, - уларҙың иң яҡшылары, улар илебеҙҙең төҫө һәм киләсәге. Улар менән ғорурланабыҙ һәм иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Глава Республики Башкортостан

 

Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре һәм Башҡортостандың мобилизацияланған халҡы менән осрашты
Радий Хәбиров Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәре һәм Башҡортостандың мобилизацияланған халҡы менән осрашты
Автор:
Читайте нас: