Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
7 Май 2023, 22:09

Республикала Еңеү көнө сараларын Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында күрергә мөмкин

Еңеү көнөнә арналған телемарафон 9 майҙа иртәнге сәғәт 9-ҙа Башҡортостан юлдаш телеканалында башлана.

Журналистар тура эфирҙа илдең төп байрамының иң сағыу сараларынан республика ҡалалары һәм райондары менән тура бәйләнеш ойоштора, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында видеосюжеттар, документаль фильмдар күрһәтәсәк, тип белдерҙеләр каналда.

Тамашасыларҙы канал журналистары әҙерләгән эксклюзив материалдар көтә.

Бынан тыш, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы көндөҙгө сәғәт 12-лә хәрбиҙәрҙең Октябрь проспекты буйлап үтеүен, 19:00 сәғәттә Совет майҙанында патриотик концерт һәм 23:00 сәғәттә фейерверк күрһәтәсәк.

Фото: https://ufacity.info/

Молодёжная газета

Республикала Еңеү көнө сараларын Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында күрергә мөмкин
Республикала Еңеү көнө сараларын Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында күрергә мөмкин
Автор:
Читайте нас: