Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
16 Февраль 2023, 15:51

Иле берҙең көнө бер

Билеңә таянма, илеңә таян, ти халыҡ мәҡәле. Илебеҙгә килгән һынау осоро кемдең кемлеген нығыраҡ аңларға ярҙам итте. Кемдәрҙер, нигеҙҙә, байҙар, йәһәтләп сит илдәргә ҡасыу яйын ҡараһа, кемдәрҙер, киреһенсә, ил саҡырыуын ҡабул итеп, илебеҙҙең үҙаллылығын яҡлау өсөн махсус операцияға юлланды. Тылдағы халыҡтың төп өлөшө, ил күргәнде күрербеҙ, ҡолаһаҡ та, күтәрелһәк тә - үҙ илебеҙҙә, тип мобилизацияланған ир-егеттәргә нисек тә булһа ярҙам итергә тырышты һәм тырыша.

 

Шөкөр, тотош ил халҡы тиерлек был көндәрҙә берҙәмлек өлгөһө күрһәтә: СВО-ға ылауҙар оҙатыла, хатта автомобилдәр ебәреүселәр бар. Беҙҙең район халҡы ла изге эшкә әүҙем ҡушылды.

МАСКИРОВКА СЕЛТӘРЕ, МУНСА

Һуңғы көндәрҙә районы-быҙҙың барлыҡ ауылдарында ла тиерлек махсус хәрби операциялағы егеттәр өсөн маскировка селтәрҙәре эшләү акцияһын күтәреп алдылар. Кемдер өйҙә, кемдәрҙер мәҙәниәт йорттарына һәм мәктәптәрҙең спорт залдарына йыйылып, ир-егеттәрҙе әҙме-күпме булһа ла һаҡлау маҡсатында, маскировка селтәрҙәре үрә. Шулай уҡ күсмә мунсаларҙы йыйыу эштәре лә дауам итә.

Машина биреүселәр ҙә бар!

Шөкөр, изге күңелле райондаштарыбыҙ бихисап икән. Яуымбай ауылында йәшәүсе Фирғәт Мөхәмәт улы Хәйбуллин һәм уның ғаиләһе махсус операцияла йөрөүсе Бөрйән ир-егеттәренә “Нива” автомобиле бүләк иткән.

Эшҡыуар Йәлил Әхәт улы Ҡасимов та УАЗ автомобиле, күсереп йөрөтмәле мунсалар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән ярҙам күрһәткән.

Афарин, ир-егеттәр!

Ҡотандар эс кейемдәре, постель кәрәк-яраҡтары тегә

Ҡотан мәҙәниәт йорто етәксеһе Попова Ольга Леонидовнаның инициативаһы менән ауыл ҡатын-ҡыҙҙарынан бер төркөм госпиталдәге ир-егеттәр өсөн эс кейемдәре, постель кәрәк-яраҡтары тегеү буйынса эш башлап ебәргән.

 Әсәһенең изге уйын Ольга Леонидовнаның улы Алсынбаев Данил Камил улы күтәреп алған һәм 400 метр материал һатып алып биргән.

Селтәр ҙә үрәләр, талҡан, һалма ла әҙерләйҙәр

-Илебеҙгә оло һынау килгән ваҡытта Килдеғол ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ла ҡул ҡаушырып ултырманы. Яуҙағы һалдаттарға хәлдәренән килгән тиклем ярҙам итергә тырыштылар. Ҡурмас ҡыҙҙырып, талҡан эшләнеләр, һалма йәйеп-ҡырҡтылар, ауыл мәҙәниәт йортона йыйылып, маскировка селтәрен дә эшләнеләр, – тип хәбәр итәләр Килдеғол ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөндә.

Мәһәҙейҙәр ҙә бойҙай ҡыҙҙырып, талҡан эшләгән.

Райондың барлыҡ ауылдарында ла тиерлек маскировка селтәрҙәре эшләү бик әүҙем бара.

 

ИЛ ТӨКӨРҺӘ,  КҮЛ БУЛА

Айырым кешеләр, ойошма-учреждениелар, ауылдар әйберҙәр йыйып тапшырыу, аҡса йыйыу эштәрендә  әүҙемлек күрһәтә. Йыйылған аҡсаға ике тепловизор  алынған. Был эш дауам итә.

Мобилизацияға эләккән егетебеҙ Рәфил Йомағужин исеменән иптәштәренә Фитрат Ғилметдин улы бал тапшырған.

Райондашыбыҙ Юлдаш Йомағужин да егеттәргә 3 л менән 2 һауыт бал биргән.

Брәтәк ауылы ҡатын-ҡыҙҙары “Ил һаҡсыларын хәстәрләп” тигән акция сиктәрендә бергәләшеп борщ эшләгән.

Яңы Усман ҡатын-ҡыҙҙары шәм, бауырһаҡ, Ағиҙел ҡасабаһы ҡатын-ҡыҙҙары сәк-сәк, һалма әҙерләгән.

Тиҙҙән ылау юлға сығасаҡ

-Хөрмәтле райондаштар! Февраль айында махсус операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә сираттағы ярҙамды алып сығырға планлаштырабыҙ. Сығыу ваҡытын алдан хәбәр итербеҙ. Әлеге мәлдә ярҙам йыйыу буйынса эштәр дауам итә. Тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек (консерва, целлофан пакет эсендә печенье) һәм кәрәкле әйберҙәр (бирсәткәләр, эске кейемдәр, ойоҡбаштар, шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары) менән шәхси посылкаларҙы ла аласаҡбыҙ.

Үҙебеҙ менән тепловизор, 3 “УАЗ” автомобиле, күсереп йөрөтмәле мунса алабыҙ. 1 машина Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальонындағы яҡташтарыбыҙға, 2 машина мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәргә тапшырыласаҡ.

Бөгөнгө көндә егеттәргә беҙҙең ярҙам, һәр яҡлап булышлыҡ күрһәтеү бик мөһим. Был йәһәттән эштәрҙе берҙәм алып барыу кәрәк, - тип хәбәр итте

Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов.

Эйе, ил төкөрһә, күл була. Иле берҙең ғәме лә бер. Берҙәмлек ҙур көс ул. Ошо берҙәмлек беҙҙе көслө итә!

Автор:Таңһылыу Баһауетдинова
Читайте нас: