Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
9 Май 2022, 10:58

Стела асылды

8 май көнө Иҫке Собханғол ауылының Ағиҙел биҫтәһендә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә стела асылды.

Стела асылды
Стела асылды

Сара уҡыусы балалар, ауыл кешеләре ҡатнашлығында “Үлемһеҙ полк” парады менән башланды.

Йыйылған халыҡҡа район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, отставкалағы өлкән лейтенант Ғ. Ҡыуандыҡов ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Стеланы асыу хоҡуғы ла уларға бирелде.

-Быйыл 77-се Еңеү яҙын ҡаршылайбыҙ. Был дәһшәтле һуғышта илебеҙ 26 миллиондан артыҡ кешеһен юғалтты. Беҙҙең райондан 2227 кеше фронтҡа оҙатылған, шуларҙың 1200-ҙән артығырағы ғына төрлө яралар менән әйләнеп ҡайтып, емереклектәрҙә ятҡан илде аяҡҡа баҫтырыуға бар көстәрен һала. Бөгөн икенсе һулышын алған фашизм менән көрәшәбеҙ. Үҫеп килеүсе быуын илебеҙ тарихын белергә тейеш. Сөнки илебеҙ тарихын төрлөсә боҙоп күрһәтергә, хатта юҡҡа сығарырға тырышыусылар күп, - тине Ғәзиз Миңлеәхәмәт улы.

Артабан стеланы булдырыуға көс һалғандарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды. Сара балаларҙың концерты менән тамамланды.

Автор:
Читайте нас: