Гильзаға ер һалыу буйынса иң һуңғы акция геройҙың тыуған ере – Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында үтте.
Был 1 майҙа башлаған “Тупраҡ хәтере” марафонының йомғаҡлау өлөшө булды.
Бөгөн гильзаны тантаналы рәүештә хәрби техника оҙатыуында Өфөгә алып килделәр.
Тупраҡлы гильзаны һалыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны.
– Бөгөн мөһим көн – Еңеү көнө. Нәҡ ошо көндә генерал Миңлеғәле Шайморатовтың буласаҡ һәйкәле нигеҙенә тупраҡ тултырылған гильзаны һалыуға арналған республика марафонын тамамлайбыҙ. Республиканан, ата-бабаларыбыҙ һуғышҡа киткән һәр төбәктән, был гильзаға бөртөкләп тупраҡ йыйҙыҡ. Һуңғы бер ус тупраҡты иптәштәрем менән Луганск Халыҡ Республикаһынан алып ҡайттыҡ – генерал һәләк булған ерҙән. Был һәр беребеҙҙә айырыуса тәрән хистәр тыуҙыра. Был йоланы үтәп, беҙ боронғо яугирҙәр йолаһын үтәйбеҙ. Шайморатовҡа буласаҡ һәйкәл тик уға, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яугирҙәренә генә түгел, ә беҙҙең Ватанды яҡлап һәләк булған барлыҡ ата-бабаларыбыҙға һәйкәл буласаҡ.
Был урын Башҡортостан халҡы өсөн Салауат Юлаев, Еңеү паркындағы Мәңгелек ут, Дуҫлыҡ монументы һәйкәлдәре кеүек үк изге буласаҡ, тип ныҡлы ышанам.
Бөгөн беҙҙең егеттәр Донбассты нацистарҙан таҙарта, ул еңеүҙең ни тиклем ауыр булғанын аңлайбыҙ. Мин ышанам, был майҙанда йәш быуын ант биргәндә “Салауат вариҫтары сигенә белмәй”, тигән һүҙҙәр менән тамамлар, – тине Башҡортостан Башлығы.
96 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйес Рәхим улы Әбдрәшитов сарала ҡатнашыусыларҙы Бөйөк Еңеү менән ҡотлап, генерал Шайморатовҡа һәйкәл – республиканың фашизмға ҡаршы көрәштә ғүмерҙәрен биргән барлыҡ яугирҙәренә хөрмәт билдәһе, тип билдәләне.
Рәйес Рәхим улы Луганскиҙан алып киленгән бер ус тупраҡты гильзаға һалды. Унан һуң гильза буласаҡ һәйкәл нигеҙенә төшөрөлдө.
Фото: Олег Яровиков