Тик өйҙә оҙаҡ тора алмай, 20 йәшлек егеткә Ҡыпсаҡ ауыл советынан повестка тотторалар.
Әсәһе, туғандары , ауылдаштары Мөхтәрҙе һуғышҡа оҙата. Ҡорманғолов Кинйәбулат олатай ат егеп Мөхтәрҙе Бөрйәнгә алып китә. Военкоматта иһә тағы өс егетте быларҙың арбаһына ултыртып, Кинйәбулат олатайға Стәрлегә алып барырға ҡушалар.
Ҙур яу юлы үтә Мөхтәр Ғәбитов. Сталинградты, Донбасты, Киевты , Житомирҙы, Харьковты, Полтаваны немец фашистарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Дон , Днепр йылғалары өсөн барған һуғыштарҙа батырлыҡтар күрһәтә. I дәрәжә “Ватан һуғышы”, “Ҡыҙыл йондоҙ” ордендары, бик күп миҙалдары уның яу юлы иҫтәлектәре. Һуғыштан һуң хәрби училище тамамлай, Төнъяҡ диңгеҙе флотына хеҙмәткә ебәрелә.
1967 йылға тиклем бында хеҙмәт итеү дәүерендә яҡташтары- Ҡолғананан Мөхәмәҙиев Ғайфулла, Ғәләүетдинов Әнүәр, Әбйәлил Ҡырҙасынан, ”Красная Башкирия” совхозынан егеттәр Мөхтәр Ғәбитов янында хеҙмәт итеп ҡайталар. “Мөхтәр ағайҙарҙа ике тапҡыр булдыҡ.
Башҡа хәрби командирҙар таш йортта, ә улар ағас йортта йәшәйҙәр ине. Ҡатыны мәрйә, хәрби врач, бер ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр ине. Килдеғолдағы туғандарын, Ҡырҙастағы ағайҙарын һорашты.
Шуныһы ғәжәпләндерҙе, нисә йылдар ситтә йөрөһә лә башҡортса таҙа һөйләшә, бик кешелекле, туған яғын, тәбиғәтен, ауылдаштарын һағынып һөйләй ине,”- тип һөйләй егеттәр хеҙмәттәрен тултырып ҡайтҡас.
II ранг капитаны Ғәбитов Мөхтәр Фәттәхетдин улы 1978 йылда отставкаға киткәс, Өфөгә күсеп ҡайта. Хәҙер инде мәрхүм, Өфөлә ерләнгән, ғаиләһе баш ҡалабыҙҙа йәшәй.
Ауылдашыбыҙ хөрмәтенә ауылыбыҙҙың төп урамы Мөхтәр Ғәбитов исемен йөрөтә.