2 майҙан 7-һенә тиклем почтальондар тотош республикалағы почётлы адресаттарға 16 704 ҡотлау тапшырасаҡ.
Рәсәйҙә бөтәһе 614 000 самаһы ҡотлау тапшырыласаҡ.
Ветерандарҙың байрам көндәрендә ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, Почта хеҙмәткәрҙәре улар ҡотлауҙы алһын өсөн бар көсөн һаласаҡ. Кәрәк булғанда Рәсәй Почтаһы белгестәре ветерандың яңы йәшәү урынын асыҡлаясаҡ һәм көнүҙәк адрестар буйынса ҡотлау таратасаҡ.
Әгәр адресат өйҙә булмаһа, мәҫәлән, баҡсаға ваҡытлыса күсеп барған булһа, хат яҡындағы бүлексәлә тағы бер ай һаҡланасаҡ, ә почта хеҙмәткәре ошо ваҡыт эсендә даими рәүештә ҡотлауҙарҙы илтеп бирергә тырышасаҡ. Почтальондар хаттарҙы адресаттарҙың үҙҙәренә шәхсән тапшыра, ләкин уларҙың хатты алыуҙары тураһында ҡултамғалары талап ителмәй.