Төпкөлдә, урман-тауҙар араһында ғына йәшеренеп ятҡан, районыбыҙҙың иң матур ауылдарының береһе булған Ҡолғанаға 1816 йылда нигеҙ һалына. Ауыл үҙе Тамъян ырыуына ҡарай. Кешеләре 4 араға бүленгән: тупыстар,ҡарғалар, ишкенәләр, ҡолғаналар. Тупыстар араһының данлыҡлы, абруйлы муллаһы - Мөхәмәҙиә олатай Айытбаев булған. Мөхәмәҙиә олатай 1870 йылда тыуған. Атаһы иртә мәрхүм булып ҡалғас, бик иртә ҡул араһына инә.13-14 йәшендә оҫта салғысы булып етешә, салғы сүкергә өйрәнә. Ауыр эштәрҙе атҡарыу өсөн кешегә ялланырға мәжбүр булған әсәһе еңел тын алып ҡала.Ҡулынан байтаҡ эш төшкән яңғыҙ әсә улының ҙур терәк, таяныс, яррҙамсы булып үҫеүенә ҡыуана. Мөхәмәҙиә ир етеп, Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылынан Ғәфүрә исемле ҡыҙҙы алып донъя көтә башлай.Ғәфүрәнең бөтә туғандары ла диндар, халыҡ араһында абруйлы кешеләр була. Күп ауылдарҙа мәсет һалдыралар, дин тураһында белем тараталар. Ошо изге күңелле кешеләр Ҡолғана ауылы мәсетенә лә нигеҙ һала.
Мөхәмәҙиә олатай менән Ғәфүрә өләсәй бик татыу донъя көтәләр. Ауылда барыһы ла уларҙы хөрмөт итә, ололай. Кем ярҙам һорап килә - хәлдәренән килгәнсе ярҙам итәләр, йомош менән килеүселәрҙе лә буш сығармайҙар, шул тиклем изге күңелле, алсаҡ, йомарт кешеләр була улар.. Олатай , ярлы йәшәүҙәре арҡаһында мәктәптә белем ала алмай, әммә дини белеме бик көслө була.Ул Ҡөрьәнде ятҡа белгән, фарыз ғәмәлдәр менән сөннәттәрҙе лә теүәл үтәй.Кешеләр уға дауаланырға йөрөй. Шифаһы ла тейә - телһеҙҙәрҙе һөйләштерә, һуҡырҙарҙың күҙен аса, атламағандарҙы атлата. Кемдең малы ауырый, кемдең балаһы күҙегә - абруйлы муллаға килгәндәр. Уның өшкөртөлгән тоҙҙары, им-томо кешегә лә, малға ла берҙәй килешкән.
Ваҡытында, илдә барған репрессия тулҡыны ла уларҙы урап үтмәгән: 1932 йылда халыҡ дошманы тип олатайҙы ҡулға алалар. Мөхәмәҙиә мулла 8 ай Бөрйән төрмәһендә ултыра, унан Өфөгә күсерәләр. Төрмәлә уға намаҙын ҡылырға рөхсәт бирәләр һәм ул шундай ауыр шарттарҙа ла бер намаҙыын да ҡалдырмай. Бөйөк Ватан һуғышына 6 улын биреүсе Айытбаев Мөхәмәҙиә олатай Ҡолғана ауылында тупыстар араһының иң арҙаҡлы кешеһе булған.Хәләл көсө менән генә йәшәүсе олатай заманына күрә сағыштырмаса етеш йәшәгән. Шуға күрә уны илдә репрессия башланғас ике тапҡыр ‘кулак” тип хөкөм иткәндәр. Әммә икеһендә лә районда тикшереп кире ҡайтарғандар. Өсөнсөһөндә малдарын тартып алып, үҙен Өфөгә оҙатҡандар. Тик уны тағы ла тикшергәндәр ҙә, малдарын кире бирергә, улдарын колхозға алырға ҡушып, тағы ла кире ҡайтарғандар.Әммә олатай малдарын кире алыуҙан ҡырҡа баш тартҡан. Уға шунан һуң Нух исемле улы бер танаһын биргән. Олатай көслө мулла булған. Уны биреләр уҡытҡан, тип һөйләй торғайнылар. Ошо муллалығының, репрессияның шоҡаны теймәһен өсөн олатай һаҡланыу сараһын күргән, ул ғаиләле өс улының фамилияларын үҙгәрттергән. Ишмөхәмәт, Мөхәмәт исемле улдарының фамилияһын – Ғәйетбаев тип, Нух исемле улының фамилияһын – Мөхәмәҙиев тип үҙгәрткәндәр. Аллаяр, Абдулла, Әхмәт, Әхиәт исемлеләре үҙенең олатайҙың фамилияһында ҡалған. Олатай тәмәке тартҡан, эскән кешеләрҙе бөтөнләй яратмаған. Ә Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Ҡолғана ауылында ла ундай кешеләр күренгеләй башлаған.Тағы ла олатай фотоға төшөргә яратмаған. Ошо бер генә фотоһы булған, был фотоға ла үҙе аңғармаған саҡта ғына төшөрөп алғандар.
Илебеҙгә ҡәһәрле фашист илбаҫарҙары баҫып ингәс, был ғаиләнән 6 ир-егет яуға китә. Бер юлы 6 улын яуға ебәргән ата-әсә йөрәге нисек түҙгәндер инде ул саҡта? Меңәрләгән ғаиләгә төшкән ауыр ҡайғы уларҙы ла урап үтмәй - 4 улы, 4 терәге һуғышта ятып ҡала. Ауыр яралар менән 2 улы - Ишмөхәмәт менән Абдулла ғына тыуған ауылдарына, ата-әсәһе янына әйләнеп ҡайта.
Мөхәмәҙиә олатай оҙаҡ ауырып донъя ҡуя. Уны һуңғы юлға оҙатырға ҡырҙан да киләләр, бөтә ауыл халҡы сыға.
Ниндәй ауырлыҡтар ҙа олатай-өләсәйҙәребеҙҙе диндән айыра алмаған.Элегерәк Мөхәмәҙиә, Заһитулла олатайҙар халыҡ күңеленә изгелек орлоғо сәсһә, уларҙан һуң - Ғылмихаят өләсәй. Бына шундай ғилемле, изге күңелле дин әһелдәре йәшәгән Ҡолғанала. Ауыл халҡы уларҙы хөрмәт менән иҫкә ала.
Коллективлаштырыу осоронда манараһы ҡолатылып мәктәп, клуб булып совет власына хеҙмәт иткән мәсетебеҙ ҙә яңынан тергеҙелде, иншәАллаһ!
Әлеге кондә унда имам-хатип булып Ғәйетбаев Йәғәфәр эшләй. Ул да Мөхәмәҙиә олатайҙың 4-се быуыны. Ислам динен алға ебәреү өсөн бик тырыша, үҙе лә өйрәнә, башҡаларҙы ла ылыҡтырырға тырыша. Уға һаулыҡ , еңел булмаған дини эшендә уңыштар теләйбеҙ.