Бөтә яңылыҡтар
9 Май
11 Май , 09:21

Һуғыш осоро балалары менән осрашыу үтте

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығы айҡанлы Яуымбай ауылында райондың Ҡоролтай секретары Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы һәм ауылдың ҡатын - ҡыҙҙар советы рәисе Альбина Зәкир ҡыҙы ауылдың иң оло быуын вәкилдәре, һуғыш осороноң әсе - сөсөһөн татыған тыл һалдаттары Шәрипова Гөлнур Йомағужа ҡыҙы һәм Ишбаева Кәримә Зәкир ҡыҙы менән өйҙәренә барып, осрашыу үткәрҙе.

Һуғыш осоро балалары менән осрашыу үтте
Һуғыш осоро балалары менән осрашыу үтте

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығы айҡанлы Яуымбай ауылында райондың Ҡоролтай секретары Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы һәм ауылдың ҡатын - ҡыҙҙар советы рәисе Альбина Зәкир ҡыҙы ауылдың иң оло быуын вәкилдәре, һуғыш осороноң әсе - сөсөһөн татыған тыл һалдаттары Шәрипова Гөлнур Йомағужа ҡыҙы һәм Ишбаева Кәримә Зәкир ҡыҙы менән өйҙәренә барып, осрашып, байрам күстәнәстәре менән хәлдәрен белешеп, һуғыш осоро хәтирәләре менән уртаҡлашып, район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манаповтың, Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡотлау открыткаларын тапшырып, сәләмдәрен еткерҙеләр.

Ветерандарыбыҙҙың хәлдәре Яҡшы. Аллаға шөкөр. Балаларының да, туғандарының да, хөкүмәттең дә иғтибар үҙәгендәләр. Ололарыбыҙ быға бик тә рәхмәтлеләр. Гөлнур Йомағужа ҡыҙы улы Ирәмән Шәрипов ғаиләһе менән бер ҡапҡала матур йәшәйҙәр.

Ә Кәримә Зәкир ҡыҙы һәр саҡ балалары иғтибары - хөрмәтендә йәшәй, әле ҡайынһеңлеһе Брәтәк ауылынан килгән Сафина Фәтиха Ғәбделхай ҡыҙы менән бергә матур итеп йәшәйҙәр. Ә тыл һәм хеҙмәт ветераны Фәниә Әбүталип ҡыҙы байрам сараһына үҙ аЯҡтары менән килде. Уға байрам сараһында күстәнәс, етәкселәрҙең ҡотлау открыткалары Бөрйән районы хакимиәте вәкиле Булат Шамил улы Юлмөхәмәтов тантаналы рәүештә тапшырҙы.

Фәниә Әбүталип ҡыҙы ла бик ҙур хөрмәттә йәшәй. Балалары эргәһенә ҡайтып, хәл - әхүәл белешеп, Ярҙамлашып ҡына торалар. Өйөндә - ҡыҙы РаушаниЯ һәр саҡ уның терәге.

Иң ҡыуаныслыһы шул: ветерандарыбыҙҙың йөҙҙәре шат, илебеҙҙә тиҙҙән генә тыныслыҡ урынлашыуына уларҙың күңелендә ышаныс ҙур икәнлеге күренә.

Ил - йортобоҙ тыныс, барыбыҙ ҙа һау булайыҡ, тигән һүҙҙәре лә быға асыҡ дәлил.

Сәйҙә Сәйәхова

Һуғыш осоро балалары менән осрашыу үтте
Һуғыш осоро балалары менән осрашыу үтте
Һуғыш осоро балалары менән осрашыу үтте
Һуғыш осоро балалары менән осрашыу үтте
Һуғыш осоро балалары менән осрашыу үтте
Һуғыш осоро балалары менән осрашыу үтте
Автор:
Читайте нас: