Учреждение 2024 йылдың декабрендә эшләй башланы. Бында халыҡ эш табыу һәм өҫтәмә һөнәри белем, психологик ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ резюме әҙерләү буйынса консультациялар ойоштора һәм эшкә урынлашыуҙа ярҙам итә. Бинала балалар зонаһы һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы шарттар булдырылған.
– Әгәр элек мәшғүллек үҙәктәре башлыса эшкә урынлаштырыу форматында эшләһә, хәҙер беҙ комплекслы ҡараш тәҡдим итәбеҙ. Халыҡҡа эш эҙләүҙә, беренсе этапта яраҡлашыуҙа ярҙам күрһәтелә. Эш биреүселәр кадрҙар табыуҙа, шул иҫәптән белгестәр һайлап алыуҙа ярҙам ала, – тип билдәләне Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Сибай филиалы директоры Нурзилә Сәғитова.
Кадрҙар үҙәгендә Радий Хәбиров адреслы социаль ярҙам программаһы сиктәрендә аҙ тәьмин ителгән граждандарҙың бизнес-пландарын тикшереү буйынса комиссия ултырышында булды. Ҡатнашыусылар үҙ эшен булдырыуға йүнәлтелгән башланғыстарын тәҡдим итте. Республика етәксеһе уларға проекттарын тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләне. Башҡортостан Башлығы яңы үҙәктең эшен ойоштороуҙы һәм уның халыҡ мәсьәләләрен хәл итеүҙә шәхси эш итеү йүнәлешен юғары баһаланы. Төбәк етәксеһе шулай уҡ баһаламалар һәм тәҡдимдәр китабына теләктәрен яҙып ҡалдырҙы.
– Бында бөтөнләй икенсе кимәл. Эштең клиенттарға йүнәлтелгән булыуы тулыһынса эшкә урынлашҡанға тиклем оҙатып барыуҙы күҙ уңында тота, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
***
Ҡаланың үҙәк өлөшөндә Башҡортостан Башлығы «Киләсәк фабрикаһы» инновацион эшҡыуарлыҡ йортон реконструкциялау барышы менән дә танышты. Яңы бизнес-үҙәк урынлашасаҡ бинаны реконструкциялай башлау хөрмәтенә капсула һалыу тантанаһы 2021 йылда «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә үткәйне. «Киләсәк фабрикаһы» бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү буйынса перспективалы инновацион идеяларҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.
Белешмә: Башҡортостандың мәшғүллек үҙәктәрен яңыртыу проекты 2019 йылда «Демография» милли проекты сиктәрендә старт алды. Республикала барлығы 50 «Рәсәй эше» заманса кадрҙар үҙәге эшләй. 2025 йылда тағы ла 18 филиалды модернизациялауҙы тамамларға ниәтләйҙәр. Башҡортостан – Рәсәйҙә кадрҙар үҙәктәре модуль конструкциялар форматында төҙөлгән тәүге төбәк. 2025 йыл башына республикала өс модулле күп функциялы кадрҙар үҙәге эшләй. Улар Сибайҙа, Мәсәғүттә һәм Туймазыла урынлашҡан.