Бөтә яңылыҡтар
18 Сентябрь 2021, 21:06

ЯУЫМБАЙ ҺАЙЛАУ УЧАСТКАҺЫ ӘҮҘЕМ ЭШ АЛЫП БАРА!

Бөгөн - һайлауҙың икенсе көнө. Ғәҙәттәгесә иртә менән участкаға юл тоттом. Был юлы Байназарға түгел, ә Яуымбай ауылына. Яҡшыбаев Салауат ағай осрағайны. Һарғая ауылының һайлау участкаһында күҙәтеүсе булып тора икән.

ЯУЫМБАЙ ҺАЙЛАУ УЧАСТКАҺЫ ӘҮҘЕМ ЭШ АЛЫП БАРА!
ЯУЫМБАЙ ҺАЙЛАУ УЧАСТКАҺЫ ӘҮҘЕМ ЭШ АЛЫП БАРА!

«Таң» гәзите хәбәрселәренә һайлау барышын интернет селтәрендә яҡтыртып барырға ҡушылғайны. Мин тәүге көндә Байназар ауылындағы ике һайлау участкаһында фоторепортаждар эшләп, яҙма әҙерләп төркөмгә һалдым. Бөгөн - һайлауҙың икенсе көнө. Ғәҙәттәгесә иртә менән участкаға юл тоттом. Был юлы Байназарға түгел, ә Яуымбай ауылына. Яҡшыбаев Салауат ағай осрағайны. Һарғая ауылының һайлау участкаһында күҙәтеүсе булып тора икән. «Әйҙә минең менән Һарғаяға барайыҡ, кискә ҡайтырбыҙ», - тигәс, «Яуымбайға ғына алып барһаң еткән, ауылдағы эштәр ҙә байтаҡ, тинем. Шулай итеп мәктәп бинаһында урынлашҡан 1636-сы Яуымбай һайлау участкаһына йүнәлдем. Алыҫтан йыр-моң ағыла... Яуымбайҙар һайлауҙарҙы ҙур байрам һымаҡ ҡабул итә күрәһең. Был яҡшы күренеш, әлбиттә. Ил-йорт яҙмышы хәл ителә бит, ни тиһәң дә. Ауыл халҡы таңдан уҡ килә башлаған. Комиссия рәйесе Кинйәкәйева Рәзиә Искәнйәр ҡыҙы һөйләүенсә, бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә генә 13 һайлаусы теркәлгән. Участкала бөтәһе 309 кеше тауыш бирергә тейеш. Һайлау процесы ябай. Ишектән килеп ингәс тә һайлаусыларҙың тән температураһы үлсәнә, ҡулдары зарарһыҙландырыусы шыйыҡса менән эшкәртелә. Уларға шулай уҡ битлек, бирсәткәләр, ручка бирелә. Комиссия ағзалары һайлаусыны исемлектән табып, уның паспорт мәғлүмәттәрен теркәй. Артабан һайлау бюллетендәрен тапшыра. Ҡултамға ҡуйҙыртҡандан һуң махсус кабинаға йүнәлтә. Һайлаусы унан сыҡҡас бюллетеньдәрҙе ҡумтаға төшөрә. Әсәле-ҡыҙлы Гәүһәр һәм Юлиә Ишбаевалар ҙа һайлауға килеп еткән. Юлиә – Өфө дәүләт нефть техник университетының 1-се курс магистранты. Илебеҙҙең яҡты киләсәген уйлаған алдынғы ҡарашлы йәштәрҙән ул. «Йәшәү шарттары яҡшырһын, тормош алға үҫешһен, ил тыныс булһын!» тигән изге теләген белдерҙе Гәүһәр инәй. Һайлау комиссияһында күп йылдар тәжрибәһен туплаған апайҙар эшләй. Рәзиә Искәнйәр ҡыҙы 20 йылдан артыҡ «хөкүмәткә хеҙмәт итә». Тәүҙә сәркәтиб, аҙаҡ һайлау комиссияһы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Һайлауҙарҙы юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Байназарова Альмира Мәрүән ҡыҙы ла 10 йылға яҡын комиссия ағзаһы булып тора. Медаева Ләйсән Азат ҡыҙы – сәркәтиб. WhatsApp аша территориаль һайлау комиссияһына мәғлүмәттәр ебәрә. «Интернет бында насарыраҡ тота. Күрше кабинеттағы тәҙрә төбөндә генә селтәргә инергә мөмкин», - ти Ләйсән Азат ҡыҙы. Ямғурсина Миләүшә апай үҙен тәүге тапҡыр күҙәтеүсе булараҡ һынай. «Әлегә тәртип боҙоусылар, һайлау ҡағиҙәләрен үтәмәүселәр юҡ», - ти ул. Комиссия рәйесе урынбаҫары Назаров Юнир Мазһар улы менән Әхмәтйәнова Рәсимә Хөснөлхаҡ ҡыҙы быйыл беренсегә булһалар ҙа эшкә тиҙ өйрәнгән. Уларҙың эштәре ыңғай барһын, тип теләйбеҙ.

Автор:А.Буранғолов
Читайте нас: