Ғәилә
8 Июль , 11:01

Ярты быуат бергә

Иҫке Монасип ауылынан Мансур һәм Сәғиҙә Ғазиндарҙың бергә иңгә-иң терәп йәшәүҙәренә 50 йыл. Улар Күмертау педагогия училищеһында уҡыған саҡта танышып, дуҫлашып китәләр.

Ярты быуат бергәЯрты быуат бергә
Ярты быуат бергә

Икеһе лә мәктәптә физик тәрбиә уҡытыусыһы була. Мансур Динислам улының хеҙмәт стажы – 46, Сәғиҙә Шәрәфетдин ҡыҙының 42 йыл. Уҡыусыларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләгән ғаилә пары 4 бала үҫтергән. Ҡыҙҙары ла ата-әсә юлынан киткән - Гөлнара Мансур ҡыҙы Иҫке Собханғол мәктәбендә физкультура, Зөлфиә Мансур ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы. Улдары Илнур һәм Рифат себер яҡтарында эшләй.

Ярты быуат бергә йәшәп, мөхәббәт, тоғролоҡ өлгөһө булған матур ғаиләгә һаулыҡ, именлек насип булһын!

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас