Ғәилә
8 Июля , 12:12

"Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалы тапшырылды

Районда “Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө”ндә татыу, ишле, оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаилә парҙарына “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалын тапшырыу матур йолаға әйләнде.

"Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалы тапшырылды"Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалы тапшырылды
"Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалы тапшырылды

Был йәмәғәт наградаһы менән бөгөн Ғәҙелгәрәй ауылынан Рауил һәм Фәниә Билаловтар бүләкләнде. Уңған, матур ғаиләнең барлыҡҡа килеүенә сирек быуат ваҡыт үтеп тә киткән. Улар 5 балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергән.

Миҙал 25 йылдан ашыу татыу ғүмер иткән, ғаилә традицияларын һаҡлаған, лайыҡлы балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә тапшырыла.  

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас