Ғәилә
8 Июля , 10:49

50 йыл бергә

Мәжит һәм Шәмсиә Хисмәтуллиндар – райондың өлгөлө ғаиләләренең береһе. Улар быйыл үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләй.

50 йыл бергә50 йыл бергә
50 йыл бергә

Мәжит Зиннур улы Нәби ауылы ир-уҙаманы, Газсервис ойошмаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Шәмсиә Хөснитдин ҡыҙы Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы - Нәби урта мәктәбендә директор, Иҫке Монасип ауылы хакимиәте башлығы булып эшләгән. 1976 йылда барлыҡҡа килгән ғаилә 3 бала тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөнгө көндә улар бәхетле олатай һәм өләсәй. Баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт үрсетеп гөрләтеп донъя көтәләр.

Иңгә-иң терәшеп 50 йыл ғүмер кисереүсе Хисмәтуллиндар ғаиләһенә һаулыҡ, именлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ!      

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас