Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
11 Июль , 16:00

Ишемйәр вариҫтары йыйылды

Сығыштары менән атай-олатайҙары Мәһәҙей ауылынан булып, төрлө тарафтарға таралышҡан Ишемйәр вариҫтары күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙы. Үҙ туғандарын бер урынға туплап, аралашып йәшәү өсөн Ватсап мессенджерында төркөм асып ебәргәндә Ильяс Ишемов был эштең ни тиклем бөйөк икәнен, шәжәрә байрамына уҡ барып олғашырын һис башына ла килтермәгәндер.

Ишемйәр вариҫтары йыйылды
Ишемйәр вариҫтары йыйылды

Олораҡ быуын ағай-апайҙарыбыҙ бик хуплап, үҙ-ара кәңәшләшеп, шәжәрә байрамы үткәреү көнө итеп 6 июль билдәләнде. Был көн килеп еткәнсе ҡул ҡаушарып ултырманы Ишемйәр вариҫтары, әҙерлекте алдан башланы. Иң төп бурыс шәжәрә төҙөү ине. Был изге эшкә Рәшит Әйүпов башланғыс һалды. Архивта эҙләнеү эштәре менән Зәлифә Әбүбәкирова үҙе йөрөһә, Ғаян Ишемов барлыҡ мәғлүмәттәрҙе бергә туплап, шәжәрәбеҙҙе тулыһынса төҙөп тә ҡуйҙы.
Икенсе бурыс әрүахтарыбыҙ исеменә ҡорбан салдырыу булды. Барыһы биш ҡорбан салынды. Ишемйәр, Мөхәмәҙиә, Мөхәмәтйән олатайҙар исеменә дөйөм ҡаҙнанан ҡорбанлыҡ алынһа, Нуриман Ишемовҡа - ҡатыны Сәрүәр, Гөлзәминә Әйүпова исеменә балалары ҡорбан салды.
Байрам алдынан йәмле Бешәке буйы урын әҙерләгән ир-аттарыбыҙҙың балта-бысҡы тауыштарына күмелһә, иртәгеһенә был тауыштар иртә таңдан йыр-моңға әүерелде. Мәһәҙей ауылында йәшәүсе еңгәй-килендәр тәмле итеп аш-һыу хәстәрләне, уңған ҡыҙҙарыбыҙ йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләне. Һәр ҡунаҡтың тотоп килгән күстәнәсенән өҫтәлдәр һығылып торҙо.
Байрамдың рәсми өлөшөн Гөлнур Мөхәмәтйәнова һәм Ильяс Ишемов асып ебәрҙе. Артабан Гәрәй Ишемғужин әрүахтар рухына бағышлап доға ҡылды. Ғаян Ишемов шәжәрә менән таныштырып үтте.
Ниһайәт, иң тулҡынландырғыс мәлдәр, Ишемйәр олатайҙың улдары Мөхәмәҙиә һәм Мөхәмәтйәндән таралған балаларҙың бер-береһе менән танышыу өлөшө етте. Танышыу йыр-моң, ҡыҙыҡлы хәтирәләр менән үрелеп барҙы. Гүзәл Абдуллинаның тормош иптәше Ринат Абдуллиндың үҙе ижад иткән шиғырын уҡыуы байрамыбыҙҙы тағы ла йәмләп ебәрҙе. Ата-бабаларыбыҙға оҡшап, таланттар ҙа күп кенә икән Ишемовтар нәҫелендә. Гөлсирә Хәйруллина, Таңсулпан Бикбулатова, Сәғирә Йыһаншина, Нәсимә Шишкова туғандарына арнап йыр башҡарҙы, Хәҙисә Әхмәтйәнова ҡумыҙ сиртте, Алмаз Ишбулатов ҡурайҙа һыҙҙырҙы, Гүзәлиә Ишемова оҫта итеп бейеп күрһәтте. Ғәлиә Һатыбалова өләсәйебеҙ Өммиямалдың сығарған таҡмаҡтарын үҙе иҫән сағында яҙып алып ҡалып, бөгөнгө көнгәсә һаҡлап, байрамда шул таҡмаҡтарҙы ишеттерҙе. Ә Гүзәл Абдуллинала уның ҡомартҡы шәле һаҡлана икән. Тарих биттәренә күҙ һалғанда ла, барыбыҙға ла мәғлүм Башҡорт дәүләт ҡурсаулығын асыуға ла Ишемовтар ҙур өлөш индерә. 1936-37 йылдар тирәһендә Алтайҙан маралдарҙы Ишемов Бикйән килтерә.
Шулай уҡ байрамда «Иң күп балалы ғаилә», «Иң йәш ғаилә», «Иң оло ғаилә», «Иң оло ир-уҙаман», «Иң оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ», «Иң йәш ир-бала», «Иң йәш ҡыҙ бала» кеүек номинацияларҙа бүләктәр үҙ хужаларын тапты.
Артабан йәмле табында ҡорбан ите ашап, уйнап-көлдө халыҡ. Бешәке буйы гөрләп торҙо. Бер урында «ат сабышы» барһа, икенсе урында «көршәк ваттылар». Ҡатын-ҡыҙҙар сәхнәлә әхритә бейеһә, ир-аттар арҡан тартыштылар. «Йомортҡа ташыу», «тоҡ кейеп йүгереү», «туп һуғыу» кеүек уйындарҙа ла барыһы ла ихлас ҡатнаштылар, береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы.
Көндөң саманан тыш эҫе тороуы ла берәүҙең дә кәйефен төшөрмәне. Күптән көткән был матур көнөбөҙ һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Ишемйәр вариҫтары бындай осрашыуҙарҙы киләсәктә лә йышыраҡ ойошторорға килешеп, артһаҡ-артырға, әммә кәмемәҫкә һүҙ ҡуйышып, барыһы ла ҡәнәғәт булып таралыштылар.
Гөлсирә Хәйруллина.

Автор:
Читайте нас: