Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
19 Июнь , 10:03

Ишле ғаиләгә - сертификат!

Бөгөн район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов Суфияновтар ғаиләһенә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сертификат тапшырҙы.

Ишле ғаиләгә - сертификат!
Ишле ғаиләгә - сертификат!

Илдар һәм Илһөйәр Суфияновтар Иҫке Собханғол ауылының “Бөрйән” микрорайонында йәшәй. Ишле ғаиләлә 4 малай тәрбиәләнә.

- Беҙҙең өсөн бик тулҡынландырғыс, шатлыҡлы көн бөгөн. Сертификатты төҙөлөш өсөн тотонасаҡбыҙ. Ошондай ҙур ярҙам күрһәткән дәүләтебеҙгә ҙур рәхмәт, - тип, шатлыҡтары менән уртаҡлашты улар.

Ишле ғаиләгә - сертификат!
Ишле ғаиләгә - сертификат!
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: