Бөтә яңылыҡтар
Ғәилә
6 Апрель , 08:20

Мәктәптәрҙә 1 сентябрҙән «Ғаиләне өйрәнеү» фәне индерелә

Был ғәҙәти дәрес түгел. Уҡытыусы менән балалар араһында ғаилә ҡороуға ыңғай ҡараш булдырыуға йүнәлтелгән һөйләшеү булырға тейеш.

Мәктәптәрҙә 1 сентябрҙән «Ғаиләне өйрәнеү» фәне индерелә
Мәктәптәрҙә 1 сентябрҙән «Ғаиләне өйрәнеү» фәне индерелә

Быйыл 1 сентябрҙән Рәсәй мәктәптәрендә өлкән класс уҡыусылары өсөн «Ғаиләне өйрәнеү» тигән яңы предмет индерелә. Рәсәй президенты Владимир Путиндың хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәһендә вице-премьер Татьяна Голикова ошо турала белдерҙе.

«Уны «Мөһим төшөнсәләр тураһында һөйләшеү» йәки кластан тыш эш сиктәрендә индерәбеҙ. Әйткәндәй, был ғәҙәти дәрес түгел. Уҡытыусы менән балалар араһында ғаилә ҡороуға ыңғай ҡараш булдырыуға йүнәлтелгән һөйләшеү булырға тейеш, — тине  Татьяна Голикова. — Мәктәп эскәмйәһенән үк ғаилә ҡиммәттәрен формалаштырыуға баҫым яһаясаҡбыҙ».

18-35 йәшлек йәштәрҙең алдына ҡуйған тормош маҡсаттары араһында 71 проценты бәхетле ғаилә ҡороуға, балалар тәрбиәләүгә өҫтөнлөк бирә, шуға күрә был теләкте хуплау бик мөһим, тип билдәләне ул. Хәҙер «Ғаилә» милли проектын булдырыу өҫтөндә эш алып барыла.

Автор:Башинформ
Читайте нас: