Ғәилә
29 Марта 2024, 11:06

«Балаларым ҡыуандыра»

Ғәҙелгәрәй ауылында йәшәүсе 88 йәшлек Клара Сәғитова ауылда иң оло кешеләрҙең береһе. Бала, йәшлек сағы аслы-туҡлы һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарға тура килгән инәй бөгөн бәхетле ҡартлыҡ кисерә, барына шөкөр итеп йәшәй.

Тормош иптәше Вафир Фазлетдин улы менән 9 балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп үҫтерәләр. Иң өлкәне Гөлсирә Яңы Усманда донъя ҡорған. Зәкиә Иҫке Собханғолда, Шәмсетдин Ғәҙелгәрәйҙә, Ғәбит Ишембайҙа (мәрхүм булған), Зәлифә, Мозафар ауылда, Йәмилә Иҫке Монасипта, Айҙар атай йорто янында, Наилә Учалы районында төпләнгәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бабайы менән бер улы был донъяла юҡтар инде.

Ялдарҙа, байрамдарҙа әсәләре янына ашыҡҡан балаларынан риза булып, уларға ҡарап ҡыуанып, Мозафар улы ҡарамағында донъя көтә Клара инәй. Яҡын-тирәлә йәшәгән ҡыҙҙары, килендәре килеп эшен эшләшеп, ярҙам итеп китһә, Учалылағы  ҡыҙы Наилә осрашҡан һайын ҡәҙерлеһен сәскә гөлләмәһе менән һөйөндөрә.

Үткәндәренә зарланмай, һәр нәмәне яҡшыға юрап йәшәй Клара инәй. Мөләйем, алсаҡ, йор һүҙле, изге күңелле өләсәйҙәрен ейән-ейәнсәрҙәре лә ярата. Ҡырҙағылары ауылға ялға ҡайтҡандарында һәр саҡ барып хәлен белергә тырашалар. Бүлә-бүләсәләре лә күп хәҙер инәйҙең – шөкөр, 17 булып киткәндәр. Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә имен генә булһындар инде, тип теләй ул.

Ошо бәхетендә тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын Клара инәйгә.

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас