Ғәилә
29 Марта 2024, 11:13

Бәхет өйә улар бергәләп

Өй һалһаң, өйәһең дә өйәһең, ти халыҡ. Ғөмүмән, донъя көтөүҙең төп шарты ла шул өйөү-өйөлөүҙән торалыр ул – бәхет өйәһең, өй өйәһең, унан балалар,  тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эш-көш, йырып сыҡҡыһыҙ тойолған проблемалар, һынауҙар, күңелле һәм күңелһеҙ мәшәҡәттәр өйөлә. Ҡолғананың Яманйылға урамында йәшәүсе Ғәйетбаевтар ҙа ошо тормош ҡанунынан азат түгел: Маргиз Йәғәфәр улының бәхетенә йәшлегендә  Мәһәҙейҙән  Юлиә тәл булған. Икәүләп бәхет-байманлыҡ өйә торғас, хәҙер хан һарайындай өйҙә йәшәп ятыуҙары.

- Тәүҙә 7 ай ҡәйнәмдәрҙә йәшәнек, тәүге балабыҙ булғанда үҙ өйөбөҙгә сыҡҡан инек, - ти Юлиә.

 Маргиз да замандан артта ҡалғандарҙан түгел – 9х8 ҙурлыҡтағы өйөнөң бер яғына - 5х7, икенсе яғына 3х6  ҙурлыҡта төкәтмәләр төкәтеп  тә ебәргән.

Улай ғына ла түгел, ҡыҙҙарға  кәрәкле йыһаз, уйын мөйөшө  менән айырым бүлмә булдырып, ҡатынының эшен еңеләйтеү маҡсатында йылы һыу үткәреп, душын, автомат кер йыуыу машинаһын һәм башҡаһын ҡуйған.

Ҡатын-ҡыҙҙың иң күп ваҡыты үткән урын – аш-һыу бүлмәһе ҙурлығы, бешеренеү-төшөрөнөү өсөн бөтә ҡорамаллы  булыуы менән уңайлы.

Ғәйетбаевтар күпләп мал тота – 5 һыйыр, 4 быҙау ҡура йәме генә түгел, өҫтәлдең тәбиғи мул ризыҡтан һығылып тороуына сәбәпсе.

Бесәнде тулыһынса техника ярҙамында эшләйбеҙ, ти Маргиз.

Юлиә һыйыр ағын эш итеп һата – уныһы ла иш янына ҡуш.

2014 йылда өйләнешкән йәштәрҙең мөхәббәт емештәре булып Айсилә (7 йәш), Илсиә (5 йәш), Сафия (3 йәш) тыуған. Айсилә 1-се класта уҡый, бәләкәстәр балалар баҡсаһына йөрөй.

Шөкөр, Ғәйетбаевтар һымаҡ тырыш, уңған, күп балалы ғаиләләр күп районда. Илдең биле ошондай күркәм ғаиләләр менән ныҡ.

Өймәләм бәхет эсендә йәшәргә яҙһын уларға.

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас