Ғәилә
15 Марта 2024, 11:01

Ил һағында ике улы...

Әнисә Хәмит ҡыҙы 1964 йылдың ҡояшлы март айында Ғәлиәкбәр ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә. Атаһының иң яратҡан ҡыҙы була ул. Төпсөк баламын, тип иркәләнеп ултырмай, эштә бешегеп үҫә. Буй еткергәс, ауылдың оҙон буйлы, һыу һөлөгөндәй матур егетенә - Ғүмәр ағайыбыҙға тормошҡа сығып, ошо ауылда төпләнәләр. Белорет ҡалаһында алған белеме буйынса эшләргә насип булмай Әнисәгә. Бәләкәй генә имсәк балаһын ҡәйнәһенә ҡалдырып, Өфөлә яңы  һөнәргә уҡып ала. Бына шунан алып 35 йыл буйына  арымай-талмай, хаҡлы ялға сыҡҡансы, ауыл почтаһында эшләй. Ул ваҡытта почта 4-кә 5 ҙурлыҡтағы иҫке генә ағас йортта була. Кәрәҙле телефондың барлығын да белмәгән саҡ. Ауыл кешеһе «тиҙ ярҙам» машинаһын саҡыртырға ла, ҡырҙағы студент балаһы менән һөйләшер булһа ла почтаға килә. Өҫтәлдә ултырған бороп шылтырата торған телефондан кешеләрҙе һөйләштерәм йәки башҡа йомоштарын үтәйем, тип һуңға ҡалғансы өйгә ҡайтмай. «Станция, станция, это Бурзян? Вы меня слышите?» тигән һүҙҙәр менән башланып киткән һөйләшеүҙәрҙең иҫәбе-һаны юҡтыр.

Халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанып, кешегә ярҙам итеп, тырышып эшләне ул. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамай, әле лә ауылда йәмәғәт йөгөн тарта - ауыл ағинәйҙәре ойошмаһын етәкләй. Тормош иптәше Ғүмәр менән бәхеттә, мул тормошта 5 балаға: 3 ҡыҙға һәм 2 улға  ғүмер биреп, һәр береһенә белем алырға ярҙамлаштылар.  Ҡыҙҙары  Мәскәү ҡалаһында юғары белемгә эйә булып,  тормошта үҙ урындарын табып, кейәүҙәре, балалары менән матур тормошта ата-әсәләренә терәк булып йәшәйҙәр, ҡайтып хәл белеп, ярҙам итеп торалар.

Өлкән улдары Морат хәрби хеҙмәтен үтәгәндән һуң, алыҫ тарафтарҙа контракт буйынса тороп ҡалды. Уның Төмән хәрби училищеһенда уҡығандан һуң хеҙмәт юлын башлауына 20 йыл да булып килә.  МХО башланғас та йөрәге ҡушыуы буйынса ил сиген һаҡларға юлланды. Уны өйҙә улы һәм ҡыҙы менән һөйөклө кәләше Катерина  һағынып көтә.

Кесе улдары Арыҫлан да ағаһының юлын һайланы - Мәскәүҙәге төҙөлөш  университетын ташлап, хәрби училищеға уҡырға керҙе.   2023 йылда уныуңышлы тамамлағандан һуң, яңы ғына өйләнгән кәләшен ҡалдырып, антына тоғро ҡалып, МХО-ға юл тотто.

Ошо көндәрҙә еңгәбеҙ Ишмөхәмәтова Әнисә Хәмит ҡыҙының оло ғүмер байрамы - 60 йәше тула. Теләгебеҙ иң изгеләрҙән уға: ағайыбыҙ менән балаларының бәхеттәренә ҡыуанып, оҙон-оҙаҡ парлы ғүмер кисерһендәр.

«Юлдаш» радиоһынан йыр ағыла: «Көтәһеңдер, хат ташыусы килһә, ҡош телендәй сәләм барҙыр, тип...» Әнисә Хәмит ҡыҙы ла, йырҙа йырланғанса, меңәрләгән әсәйҙәр һымаҡ, улдарынан хат-сәләмдәр көтөп йәшәй, уларҙың иҫән-һау йөрөүҙәрен теләп, ҡайтыуҙарын түҙемһеҙләнеп көтә.

Бар әсәйҙәрҙең дә теләктәре тормошҡа ашып, улдары имен генә әйләнеп ҡайтһын ине.

Түгелмәһен әсәләрҙең күҙ йәше...

Рәйфә Ғәббәсова.

Автор:
Читайте нас