Ғәилә
8 Марта 2024, 10:28

Уңған килен дә, тырыш тәрбиәсе лә

Аллаға шөкөр, районыбыҙҙа илем,  ауылым, эшем тип, ваҡыт менән һанашмай, янып-көйөп йөрөгән кешеләр бихисап. Шуларҙың береһе – Кейекбай ауылында йәшәүсе Нәзирә Вәки ҡыҙы Сафина. Ул Әбйәлил районының Тупаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып-үҫкән.

Мәктәптә тик “бишле” билдәләренә өлгәшкән ҡыҙ, һөнәр һайлау ваҡыты еткәс, күп уйлап тормай, БДПИ-ға уҡырға инә.

Ҡулына яңы ғына диплом алған йәш белгесте үҙ районына эшкә ҡайтаралар.Урал, Тупаҡ ауылдары  мәктәптәрендә балаларға белем бирә ул.

1998 йылда Нәзирә Вәки ҡыҙын яҙмыш Кейекбай ауылы егете Ғәфүр Әмир улы Сафин менән осраштыра.Ике педагог Кейекбай мәктәбендә ең һыҙғанып эш башлай. Тырыш, маҡсатҡа ынтылышлы йәш белгес коллективында абруй ҡаҙана  - уны профком рәйесе итеп һайлайҙар, директор урынбаҫары вазифаһын йөкмәтәләр. Үҙ һөнәрен яратыуы, алсаҡлығы өсөн уҡыусыларының  яратҡан уҡытыусыһына, ауылдың  уңған килененә әйләнә. Йәмәғәт эштәрендә  әүҙемлеге арҡаһында Нәзирәне ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе итеп ҡуялар.

Бөгөнгө көндә Нәзирә Вәки ҡыҙы Кейекбай балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе  булып эшләп йөрөй. Бер үк ваҡытта “Ағинәйҙәр ҡоро”ноң да әүҙем ағзаһы.

Эштән һуң ҡайны-ҡәйнәһенә барып ярҙам итергә лә  өлгөрә, ауылда үткән бөтә сараларҙың да уртаһында ҡайнай.

Әсә кешенең бәхете – балаларының бәхетле булыуында. Өс ҡыҙ әсәһе Нәзирә. Оло ҡыҙҙары Юлиә, ата-әсә юлын ҡыуып, Өфө мәктәптәренең береһендә уҡыта. Зилиә Өфө фән һәм технологиялар университетында 2-се курста уҡып йөрөй. Ә төпсөктәре Диниә Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатта 10-сы класта белем ала.

Ире Ғәфүр Себерҙә вахта ысулы менән эшләп йөрөй.

Нәзирә Вәки ҡыҙының тырыш хеҙмәте төрлө кимәлдәге Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған.

Уңғандың ҡыуған юлы ла уң – уға артабан да ошо бәхетендә йәшәргә, эшләргә, балалары ҡыуанысын күрергә  яҙһын!

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас