Ғәилә
8 Марта 2024, 10:56

Милләт ҡото - Әсәләрҙә!

Өфө ҡалаһының «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Vlll Бөтә Рәсәй «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр араһында Бөрйәндән “Ватан һаҡсылары” фонды филиалының социаль координаторы Көнәфина Гөлзиә Нәҙир ҡыҙы етәкселегендә  улдары махсус хәрби операцияла башын һалған өс әсә бар: Кинйәкәева Разия Искәнйәр ҡыҙы (Яуымбай), Динисламова Резеда Талха ҡыҙы (Яңы Усман) һәм Сөләймәнова Әлфирә Абдулла ҡыҙы (Яңы Мөсәт).

 -Мин ошо мәртәбәле конкурста ҡатнашыуыма бик шатмын. Байрамдан дәртләнеп, илһам алып, рухланып ҡайттым. Фойела төрлө күргәҙмәләр менән таныштыҡ, мобиль матурлыҡ салонында ла булдыҡ.

Конкурсты ойоштороусы Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһаринаға һәм уның командаһына рәхмәтемде белдерәм! – тип тәьҫораттары менән бүлеште Резеда Талха ҡыҙы.

Һүрәттә:  социаль координатор Гөлзиә Көнәфина, Резеда Динисламова, Разия Кинйәкәева,

Әлфирә Сөләймәнова.

Конкурс муниципаль, төбәк һәм Бөтә Рәсәй этаптарында үтте. Бөтәһе 500-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителде. Финалға Татарстан Республикаһынан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәүҙән һәм Удмуртиянан делегациялар килгән.

Иң йәш ҡатнашыусыға — 18, ә иң тәжрибәлеһенә —  93 йәш.

- Пандемия ваҡытында эшкә әүҙем ҡушылған ҡатын-ҡыҙҙарға — табиптарға, ирекмәндәргә өҫтөнлөк бирҙек. Махсус хәрби операция башланғандан алып алғы һыҙыҡтағы яугирҙарыбыҙ өсөн гуманитар миссияға әүҙем ҡушылғандар менән эш алып барабыҙ. Былтыр илһөйәрҙәр тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйҙыҡ. Быйыл да был тема төп урынды биләй, — ти Гөлнур Ҡолһарина.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас