Йәштәр икеһе лә Байназар мәктәбен тамамлаған. Гөлсиә артабанғы уҡыуын Өфөләге 2-се һанлы педколледжда дауам иткән. Диплом алғас, баш ҡаланың 308-се балалар баҡсаһында музыканан уҡытҡан, артабан М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла ла музыка буйынса уҡыуын дауам иткән.
2011 йылда Бөрйәнгә ҡайтып, Иҫке Собханғолдағы хәҙерге Камил Рәхимов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә музыка дәрестәренән уҡытҡан.
Кейәүгә сыҡҡас, Байназар ауыл китапханаһында китапханасы булып эшләй, әле дүртенсе балаһы менән декрет ялында.
Иршат Рауил улы - эске эштәр органдарында 23 йыл хеҙмәт стажы булған льготалы пенсионер. Район эске эштәр бүлегендә тиҫтә йылға яҡын эшләгәс, контракт нигеҙендә Тажикстанда хеҙмәт иткән.
Буранбаевтарҙың баш балаһы Ғәйнислам – 4-се класс уҡыусыһы. Атаһының уң ҡулы - малын да ҡараша, тыштағы эштәрҙә ихлас ярҙамлаша. Икенсе класта уҡыусы өс малай араһындағы бер бөртөк ҡыҙ Гөлзифа әсәһенең ҙур ярҙамсыһы. Кәрим менән 1 йәшен яңыраҡ тултырған Нәғим – өлкән өйҙөң һәм ҙур ғаиләнең бер йәме.
Иршат Тажикстанда хеҙмәт иткәнендә Гөлсиәне ата-әсәһе ҡурсып, һәр яҡлап ярҙам итеп тора. Балаларға тәрбиәне уйын, кәңәштәр һәм шәхсән өлгө аша бирәбеҙ, ти Гөлсиә.
Туғай урамында ҙур йорт һалып, уға төкәтмә эшләп, газ, һыу үткәреп, ҙур ғаиләгә заманса уңайлыҡтар булдырып, бынамын итеп йәшәп ята Буранбаевтар. Ҡутара мал көтөп, үҙҙәренән артҡанын һатып ебәреп тә ғаилә бюджетын нығыталар.
“Балаларҙың дүртеһендә дүрт холоҡ: олоһо тас ҡайным инде – ул атлап китеүҙәре, холоҡ-фиғеле. Малайҙарҙы күберәк үҙем янында тоторға, ҡатынҡыраҡ итеп үҫтерергә тырышам. Эш эшләгән кеше бирешмәй ул.
Донъяны төҙөгәндә ҡайнымдар, Рәил ағай Дәүләтшин ныҡ ярҙам итте – рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ”, - ти Иршат Рауил улы.
Тормош тигәндең төрлө һынауҙарына, ел-бурандарына бирешмәй, ҡәҙимгесә, үҙҙәренсә генә итеп йәшәп ятыуҙары Байназар Буранбаевтарының.
Ошо бәхет үҙе бизмәндәргә һалып үлсәгеһеҙ хазина, рухи бөтөнлөк һәм күңел ҡыуанысы бит ул!