Ғәилә
3 Марта 2024, 10:15

Ир – беләк, ҡатын – терәк

Ҡолғаналағы боронғо дан ғаиләләрҙең береһе – инде мәрхүм Бирғәле һәм  Зөлхәмирә Вәлиевтарҙың 11-се балаһы – төпсөгө Радик менән  яҙмышын бәйләп яңылышмаған Байғаҙы һылыуы Ғәлиә – атай нигеҙендә нығынып, тыуған ауылында йәшәргә ҡарар иткән егет тайсаһына ҡот булып, ауылға таштай батып донъя көтөүе.

Белорет медицина колледжын тамамлап, бер аҙ Яңы Усманда эш сирҡанысы алған Ғәлиә Ғәйфулла ҡыҙын 2005 йылдың 26 сентябрендә Ҡолғанаға эшкә ебәрәләр. Эшкә шәп, алсаҡ ҡыҙҙы ҡолғаналар ситкә ебәрә буламы – Радик ҡармаҡлай һала һәм инде шул йылдың 22 декабрендә йәштәрҙең никах туйы үтә. 2016 йылдан ФАП мөдире Ғәлиә. Ауыл фельдшерының эшен тәфсилләп яҙмаһаң да аңлашылалыр, моғайын.

Яңыраҡ заманса модулле ФАП асылып, шатлығынан аяғы ергә теймәй йөрөүе.

Вәлиевтарҙың ғаиләһендә өс бала буй еткерә: Рәдиф Өфөләге колледжда ташсы-иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә, Розалина Иҫке Собханғол мәктәбендә 9-сы класта уҡый, Әдилә ауыл мәктәбенең 6-сы класында белем ала.

1997-1999 йылдарҙа Камчаткала диңгеҙсе булып хеҙмәт итеп ҡайтҡан Радик донъя көтөүгә шәп:  4 баш һыйырға, 2 баш бейәгә, ҡош-ҡортҡа етерлек аҙығын, емен хәстәрләү, фельдшер ҡатынына ауыл өйөндә ҡаласа йәшәү шарттары тыуҙырыу, олоғара донъя йөгөн һөйрәү уның иңендә.

Ауыл хакимиәте башлығы И.Ҡулбирҙин да Радик хаҡында: “Һәр эштең уртаһында ҡайнай, бер ваҡытта ла, ҡуй, тимәй. ФАП төҙөгәндә лә уның ярҙамы ҙур булды”, - ти.

Әйткәндәй, ағалы-ҡустылы  5 бер туған Вәлиевтар ауылда төпләнгән, бер ҡыҙ туғандары ла ошонда йәшәй. Туған йәнле, ипле, ябай һәм тырыш улар. Иң мөһиме, заманға зарланмай, кешесә йәшәргә тырышып яталар.

Радик менән Ғәлиәнең мөхәббәт һәм  йәшәйеш тарихы матур һәм башҡаларға үрнәк булырлыҡ. Ошонан айырмаһын Ҡолғананың шәп ғаиләһен.

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас