Мәғариф бүлегенең йәйге лагерҙар буйынса координаторы Розалия Ишдәүләтова мәктәп яны лагерҙарының йәйге ялға әҙерлеге тураһында сығыш яһаны.
- Быйыл балаларҙың йәйге ялын ойоштороу өсөн районға 5 миллион 548 мең 700 һум аҡса бүленде. Көндөҙгө ял лагерҙарына 3 миллион 49 мең 466 һум, «Ағиҙел» ял һәм һауыҡтырыу лагерына 2 миллион 486 мең 530 һум, ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙың ялын ойоштороуға 1 миллион 249 мең 500 һум ҡаралған.
Иҫке Собханғол, Әбделмәмбәт, Аҫҡар, Байназар, Яңы Собханғол, Иҫке Монасип, Ғәҙелгәрәй, Ғәлиәкбәр, Ағиҙел ҡасабаһы мәктәптәрендә яҙғы каникул осоронда (25 марттан 29 мартка тиклем) 700 балаға 5 көнлөк “Аҡыллы каникулдар” тип исемләнгән көндөҙгө ял лагерҙар асыу планлаштырылған. Йәйгеһен 800 балаға көндөҙгө ял лагерын ойошторорға иҫәп тотабыҙ. 7 мәктәптә хеҙмәт лагерҙары эшләйәсәк, уларға 183 уҡыусы йәлеп ителәсәк.
"Ағиҙел" лагерында I смена 27 майҙан 16 июнгә тиклем, II смена 19 июндән 9 июлгә тиклем, III смена 12 июлдән 1 авгусҡа тиклем планлаштырыла.
"Ағиҙель" лагерына юллама хаҡы 24 990 һум. Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, ата-әсәләр был сумманың 30%-ын ғына түләй, ул 7497 һум тәшкил итә.
Ойошма, учреждениелар тарафынан бирелгән заявкаларға ярашлы, «Ағиҙел» ял һәм һауыҡтырыу лагерында өс сменала 195 баланы ял иттереү планлаштырыла. Унда етем һәм ата-әсәһе ҡарауынан мәхрүм ҡалған 25 бала, ауыр тормош шарттарында ҡалған 25 бала йәлеп ителәсәк. Бынан тыш, күп балалы һәм әҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнгән 47 балаға бушлай юллама һәм 75 балаға 30% түләү менән юллама бүленде.
Юлламаны республика буйынса теләгән лагерға алып була. Бының өсөн ата-әсәгә йәки баланың законлы вәкиленә http:/rest.edu-rb.ru һылтанмаһы аша үтеп теркәлеү кәрәк.
“Минең балаларым” бүлегендә бала тураһында мәғлүмәт яҙырға, “Ғариза биреү” бүлегендә оҡшаған лагерҙы һәм сменаны һайлап, ғариза бирергә, “Сертификат алыусы” юлында баланың исемен яҙырға кәрәк була. “Каталог” бүлегендә лагерь тураһында мәғлүмәт табырһығыҙ. Сертификатты юллау өсөн документтар менән район мәғариф бүлегенә килеп, миңә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Аҙ тәьмин ителгәндәр һәм күп балалы ғаиләләр иҫәбендәгеләргә сайтта теркәлеү кәрәкмәй, ғаризаны унда бирмәйҙәр. Улар күп функциялы үҙәктән белешмә алып киләләр. Юлламаны мәғариф бүлегенән алалар, - тине Розалия Зәйнәғәле ҡыҙы.
“Мәсем” балалар һәм үҫмерҙәр клубы етәксеһе Н. Ишниязова палаткалы лагерҙарҙы ойоштороу хаҡында һөйләне. “Инсебикә” һәм “Йәш спецназовсы” лагерҙарында 14 йәштән 17 йәшкә тиклемге 60 бала сәләмәтлектәрен нығытасаҡ. Был лагерҙарға күберәк төрлө иҫәптәрҙә торған балаларҙы йәлеп итергә тигән тәҡдим булды.
Профиль сменалар буйынса Иҫке Собханғол һәм Әбделмәмбәт мәктәптәре етәкселәре мәғлүмәт еткерҙе. Иҫке Собханғолда химия, математика буйынса 4 смена, Әбделмәмбәттә робототехника буйынса 2 смена профилле лагерҙар эшләйәсәк.
Балалар ижады үҙәге етәксеһе Р. Шәрипов экскурсиялар, автобус маршруттары, йылға буйлап сәйәхәттәр, слеттар, түңәрәктәр тураһында һөйләне.
ЮХХДИ инспекторы С. Буранбаев балаларҙы транспортта йөрөткәндә хәүефһеҙлек мәсьәләләрен контролдә тоторға саҡырҙы, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе К. Теләүбаева балалар менән үткәреләсәк саралар менән таныштырҙы, опека һәм попечителлек бүлеге етәксеһе А. Вәхитова етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың ялын ойоштороу мәсьәләләренә туҡтаны, мәшғүллек үҙәге етәксеһе Н. Ишкильдина бәлиғ булмағандарҙы уҡыуҙан тыш ваҡытта эшкә урынлаштырғанда килеп тыуған проблемалар менән таныштырҙы.
Ултырышта төрлө тәҡдимдәр индерелде, мәктәп етәкселәре үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуаптар алды.