Тәүге тапҡыр ат ярышында үткән йылда ҡатнаша Ғәлим. Быйылғы ярышҡа тайҙы үҙе өйрәтеп алырға йөрьәт итә. Хәйер, был уның йәш атты тәүгә өйрәтеүе түгел. Быға тиклем дә тайҙарҙан ҡолай-тибелә ағайы менән ат өйрәткәндәре бар икән. Мораҙымда Таштимер Әлибаков иҫтәлегенә үткән ҡышҡы ат ярыштарында 1 аҙна эсендә өйрәтеп алған ҡолоно менән ҡатнаша. Шулай уҡ “Ауҙарыш” уйынында ҡатнашып, 3-сө урын яулай, “Иң йәш ҡатнашыусы” номинацияһында билдәләнә. Ошо уҡ ярыштың саналы аттар уҙышында, елдәй етеҙ сабып барған аттың санаһы кәйелеп китеп, ҡолап ҡалған атаһы урынына йүгереп барып ултырып ярышты дауам итеп, малай барыһын да таң ҡалдырҙы.
Сәмле, дәртле, сос Ғәлим И. Ғәбитов исемендәге ҡышҡы ат ярыштарында “Ауҙарыш” уйынында ҡатнашып, 1-се урын яуланы. Ғайса Үтәбаевҡа иһә, ат ярышының иң йәш ҡатнашыусыһы булараҡ, Башҡортостан Республикаһы Башлығының эштәр менән идара итеү бүлеге етәксеһе ярҙамсыһы Динир Әсғәт улы Әхмәтйәнов хаҡы 80 меңдән ашыу булған шәп эйәр бүләк итте. Динир Әсғәт улы Бөрйәндә район етәксеһе булып бер нисә йыл ғына эшләп китеүенә ҡарамаҫтан, әлеге көндә лә Бөрйәнде, бөрйәндәрҙе яҡын күреп тора. Уның ҡулынан бүләк алыу - ҙур мәртәбә. Был мәлдәр ағалы-ҡустылы Үтәбаевтарҙың хәтерендә бик шатлыҡлы миҙгел булып һаҡланыр.
Мәктәптә лә төшөп ҡалғандарҙан түгел малайҙар – спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашалар, уҡыуҙа ла һынатмайҙар. Ғайса күп ваҡытын аттар менән үткәрһә, Ғәлим төрлө аш-һыу бешерергә ярата. “Интернет селтәренән ҡарап, хатта ҡатмарлы ризыҡтарҙы ла бешереп ҡуя. Кисә беҙ юлдан ҡайтыуға бауырһаҡ бешереп көтөп торған”, – ти, ҡыуанысын йәшермәй, әсәләре.
Хәҙерге ваҡытта ошондай ат йәнле малайҙарҙың булыуы һоҡландыра. 3 ҡолондо һатып, мотоцикл, телефон алып бирәм, тигән аталарына ҡырҡа ҡаршы төшә улар. Сөнки үҙҙәренең тоғро дуҫтарыһыҙ - аттарһыҙ тормоштарын күҙ алдына ла килтермәй Ғәлим менән Ғайса. Киләсәктә ныҡышмал, ҡурҡыу белмәҫ ошо ике үҫмерҙең район, республика кимәлендә үткән ат ярыштарында ҙур еңеүҙәр яулап, Бөрйән данын күтәреп йөрөрҙәренә һис шик юҡ.