Ғәилә
23 Февраль 2024, 10:09

“Сәнғәт – ғүмерлек юлдашыбыҙ”

Һәр сәхнә йондоҙоноң үҙенә хас йүнәлеше, уның моңон үҙ иткән тоғро тамашасыһы була. Моңло яҡташтарыбыҙ Зәбирә Әминева менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марс Ишморатовтың ижадын районда ғына түгел, республикала белмәгән кеше һирәктер. Йәш саҡтарынан уҡ Нефтекама дәүләт филармонияһында эшләп, танылыу яулап, артабан хеҙмәт юлдарын Сибай филармонияһында дауам иткән ижади пар бөгөн дә сәхнәгә тоғро. Әле лә яратҡан тамашасыларын - яҡташтарын яңы йырҙары, концерт программаһы менән ҡыуандырыу маҡсатында ауылдар буйлап гастролдәргә сығып тора улар. Талантлы ғаилә пары менән гәзит уҡыусыларға әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

- Йыр-моңға әүәҫлек ҡайҙан килә?

Марс Азамат улы:

- Йыр-моңға һәләт миңә әсәйемдең әсәһе Бибиниса өләсәйем яғынан күскәндер тип уйлайым. Сөнки өләсәйемдең ҡустылары барыһы ла йыр-моңға маһир булдылар, гармунда бик оҫта уйнанылар.

Зәбирә Рәүф ҡыҙы:

- Йыр-моңдо үҙ итеүем атай-әсәйемдән бирелгән. Атайым бик оҫта итеп скрипкала, гармунда уйнаны һәм бик оҫта бейеүсе лә булды. Әсәйем бик матур йырлай, халыҡ йырҙарын әле лә оҫта башҡара.

- Сәнғәт юлын һайлауға нимә этәрҙе?

Марс Азамат улы:

- Ҡыҙыҡһыныуым бик көслө булғандыр - 4 йәштән үк үҙ аллы гармунда уйнарға өйрәндем. Мәктәп йылдарында “Һомайғош” гармунсылар ансамблендә шөғөлләндем. Шул ваҡыттан алып гармундан айырылмаҫ булдым.

Зәбирә Рәүф ҡыҙы:

- Атайым ғүмере буйы сәхнәлә йөрөнө. Ғаилә ансамблдәре ойоштороп, спектакль, концерттар ҡуйҙы. Мин дә уның ыңғайына шул мөхиттә ҡайнап йәшәгәс, ҡаныма һеңгәндер тип уйлайым.

- Ҡайҙа уҡынығыҙ һәм хеҙмәт юлын ҡайҙа башланығыҙ? Ҡайҙарҙа эшләнегеҙ?

Зәбирә Рәүф ҡыҙы:

- Сибай сәнғәт колледжын тамамлағас, район мәҙәниәт һарайында эшләй башланым. Икебеҙ ҙә оҙаҡ йылдар Нефтекама дәүләт филармонияһында эшләнек. Әлеге ваҡытта Сибай филармонияһындабыҙ.

- Иң беренсе сәхнәгә сыҡҡан мәлегеҙ иҫегеҙҙәме?

Марс Азамат улы:

- Әлбиттә. Сәхнәгә тәүге аҙымды 1-се синыфта уҡығанда яһаным. Тәүге уҡытыусым Флүрә Зәйнулла ҡыҙы гармунда уйнарға етәкләп алып сыҡҡайны.

Зәбирә Рәүф ҡыҙы:

- Мин ғаилә ансамбле менән 4 йәшемдә беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡтым. Вокаль-инструменталь ансамбль төҙөп сығыш яһағайныҡ. Ҡалаҡты бер ҡул менән һуға белмәгәс, ике ҡулыма ике ҡалаҡ тотоп ҡуша һуғып торҙом. Сығыш яһауы ныҡ оҡшағайны.

- Ғаиләгеҙ хаҡында һөйләп үтһәгеҙ.

Марс Азамат улы:

- Ике балабыҙ - ике бәхетебеҙ. Икебеҙ ҙә сәнғәт юлында булһаҡ та, улыбыҙ Раян хәрби хеҙмәт юлын һайланы - Рязань ҡалаһындағы юғары училищены тамамлап, эшләп йөрөй. Ҡыҙыбыҙ Зөлхизә  Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында Шайморатов класында уҡый. Аллаға шөкөр, тормош юлында ла, сәнғәт өлкәһендә лә ике тиҫтә йылдан ашыу бергә бәхетле атлайбыҙ.

- Икегеҙҙең ҙә сәнғәт юлында булыуығыҙҙың ғаиләгеҙгә кире һәм ыңғай йоғонтолары бармы?

Зәбирә Рәүф ҡыҙы:

- Ғаиләбеҙгә сәнғәт тик ыңғай ғына йоғонто яһай. Ғаилә - иң оло терәк-таянысыбыҙ, ышаныслы һыйыныр урыныбыҙ. Тормошта ла, сәнәғәттә лә бер-беребеҙгә терәкбеҙ. Хатта сәхнәлә эргәлә Марс баянда уйнап тормаһа, миңә күңелһеҙ. Сәнғәтһеҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтермәйем. Йыр әүрәтә, әрнеүҙәрҙән дауалай, ауыр мәлдәрҙә юҡ-бар уйларға бирмәй. Бер генә ваҡиғаны һөйләп үтәм. Улыбыҙ Раяндың махсус хәрби операцияла булыуына 2 йыл хәҙер. Бер ваҡыт 1 ай буйы юғалып торҙо. Ул саҡта ошо ғазапты донъяла бер үҙем генә кисергән кеүек булдым. Сөнки эргә-тирәлә минең кеүек улдарын хәрби операциянан көткән таныш әсәләр юҡ. Ошо ваҡытта мине гастролдәрҙә йөрөүем генә ҡотҡарҙы, йыр-моңға әүрәп бирешмәнем. Шуға ла сәнғәттең ғаиләбеҙгә тик ыңғай йоғонтоһон ғына күрәм. Сығыштарымдан шатлыҡ тойғолары кисерәм. Ә шатлыҡ сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһай. 

- Гәзит уҡыусыларға теләктәрегеҙ.

- Район гәзитен уҡыусыларға тик изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Бәхетле, шатлыҡлы мул тормош теләйбеҙ. Күктәребеҙ аяҙ, донъялар имен булһын. Ошо афәттәр бөтөп, яугирҙарыбыҙ, кемдәрҙеңдер ғәзиз балалары тыуған яҡтарға иҫән-имен ҡайтып, имен тормошта йәшәргә яҙһын. Иҫәнлек-һаулыҡ, имен тормош барығыҙға ла!

Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас