Үрге Нөгөш ауылында 12 балалы ғаиләлә тыуып-үҫкән Әлхәм Иҫәнаманов бала саҡтан ҡортсолоҡ менән ҡыҙыҡһынып үҫә. Олатаһы ла, атаһы ла солоҡсо була. Ғәлиәкбәрҙә 8-се класты тамамлағандан һуң бер йыл Белорет һөнәрселек училищеһында уҡып ҡайта. Әрме сафтарында һалдат бутҡаһы ашағандан һуң 1983 йылда ҡурсаулыҡҡа эшкә килә. Урмансы булып эш башлаған Әлхәм Әҡсән улы бөгөн “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығының дәүләт инспекторы.
Күңел һалып башҡарған шөғөлөн башҡаларға ла күрһәтә, эш барышын аңлатып һөйләй белгән тырыш хеҙмәткәргә ҡурсаулыҡ етәкселеге экскурсовод һөнәрен дә йөкмәткән, һәм яңылышмаған - Әлхәм Әҡсән улы туристар менән эшен оҫта алып бара, башҡорт һәм рус телендә матур һөйләй, ситтән килгән ҡунаҡтарҙың солоҡсолоҡҡа бәйле һорауҙарына яуаптары һәр саҡ әҙер.
Әйткәндәй, былтыр ҡурсаулыҡта 78 мең кеше ял иткән.
-Йыл да төрлө телевидениеларҙан килеп видеорепортаждар әҙерләйҙәр. Төрлө ерҙән, Польша, Англия, Франция, Ҡытай, Япония һәм башҡа илдәрҙән килгән туристар менән танышам. Апимондия үткән ваҡытта негрҙар килде. Англияла сыҡҡан бер журналдың 1-се битендә беҙҙең хаҡта мәҡәлә баҫтырғандар. Икенсе тапҡыр килгәндәрендә шул журналды бүләк итеп ҡайттылар. Илебеҙ етәкселәре М. Рәхимовҡа, Р. Хәбировҡа, боксер һәм депутат Н. Валуевҡа ла бал ашатырға тура килде. Эшем бик оҡшай, оҡшамаһа эшләмәҫ инем. Бик күп билдәле шәхестәр менән осрашыу мөмкинлеге булыуына ҡыуанам. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында башҡа ҡурсаулыҡтарҙан да киләләр, - ти әңгәмәсем.
Оҫта ҡуллы Әлхәм ағай халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен өйрәтеү, һаҡлау буйынса ҙур эш алып бара.
- Районда 90-сы йылдарҙан һуң солоҡсолоҡ менән әүҙем шөғөлләнә башланылар, уға тиклем бөтөп киткәйне, ҡурсаулыҡта ғына ҡалғайны. Материалдар менән ҡурсаулыҡ үҙе тәьмин итә, батман, кирәм һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы эшләүсе үҙ оҫталарыбыҙ бар. Солоҡтарҙы үҙебеҙ юнып, үҙебеҙ урынлаштырабыҙ. Бер көндә, ғәҙәттә, 4-5 солоҡ ҡарап өлгөрәбеҙ. Әлбиттә, йәшерәк саҡта күберәк тә була ине.
Ҡышын солоҡто тумыртҡа тишә, бал ҡортон ашай, унан һуң һунарға һыуһар килә, ул балын ашай. Улар икәүләп йөрөйҙәр. Солоҡто һаҡларға тырышабыҙ, тимер сетка, айыуҙан һаҡлаусы туҡмаҡ ҡуябыҙ, - ти, бал ҡортондай эшсән солоҡсо.
Туристарҙы нимә ҡыҙыҡһындыра тигән һорауыма:
-Туристарҙы күп нәмә ҡыҙыҡһындыра, һорауҙарын яуҙыралар ғына, һөйләп кенә өлгөр. Тәбиғи шарттарҙа күреп, тотоп ҡарау, ағасҡа менеү улар өсөн ҙур шатлыҡ. Иң тәпәш солоҡтар 3-4 метр бейеклектә, 15 метр бейеклектә булғандары ла бар. Бигерәк тә балаларға оҡшай, ихлас фотоға төшәләр. Балды яратып ашайҙар, тәменә һоҡланалар, ундай тәмле бал ашағаныбыҙ юҡ, тип хаҡына ҡарамай, һатып алалар. Беҙҙең яҡты күреп, уның тәбиғәтенә һоҡланып ҡайтҡан кешеләр йәнә лә беҙгә килергә тырышалар, шәхси экскурсия һорап та мөрәжәғәт итәләр, - тип яуапланы Әлхәм Әҡсән улы.
Ул алтмышты үтһә лә, шөкөр, таһыллы сос. Солоҡҡа етеҙ генә менгән солоҡсонан туристар йыш ҡына, нисек һеҙ еңел һәм тиҙ генә менәһегеҙ, тип аптырап һорайҙар, үҙҙәре менеп ҡарайҙар ҙа, күптәре, минән булмай, тип кире төшәләр икән.
Урманда эшләгәс, ҡош-ҡорто, хайуандар ҙа осрамай тормай.
-Бер ваҡыт бер иптәшем менән һыбай китеп барабыҙ. Яланға барып сыҡһаҡ, беҙҙән 50 метр тирәһе алыҫлыҡта ике айыу үлән ашап йөрөй. Беҙҙең ҡот осто. Ә айыуҙар беҙгә әйләнеп бер ҡаранылар ҙа, артабан үлән ашарға керештеләр. Айыу үлән һутлы, мул саҡта кешегә, малға иғтибар итмәй. Үлән ҡатһа, малға тейә башлай, - ти ҡурсаулыҡ хеҙмәткәре, йәш саҡтағы бер тарихын иҫенә төшөрөп.
Әлхәм Әҡсән улы ҡатыны Миңзиә менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Биш ейән-ейәнсәргә яратҡан олатай-өләсәй булып Ғәҙелгәрәй ауылында матур донъя көтәләр, ата-олатайҙарынан ҡалған боронғо кәсепте дауам итәләр. Улдары Әхмәр Себер яҡтарында эшләй. Ҡыҙҙары Гөлфинә менән Гөлсинә Нәби ауылында йәшәйҙәр, педагог һөнәренә эйәләр.
Солоҡсолоҡта оҫта булып танылған, ата-бабалар кәсебенең ҡәҙерен һаҡлаған, уның данын бар донъяға еткерергә тырышҡан Әлхәм Әҡсән улының эше һәр кемгә лайыҡлы үрнәк.